Ә хәҙер иһә район үҙәгендә берҙән-бер кинотеатр бар һәм ул уңышлы эшләп килә. Бөгөн беҙ район үҙәгендәге “Юбилейный” кинотеатры администраторы Зәлил Зыя улы Исхаҡов менән ошо юҫыҡта әңгәмәләшергә булдыҡ.
- Зәлил Зыя улы, әйтегеҙ әле, “Юбилейный” кинотеатры нисек барлыҡҡа килде?
- 2018 йылда район мәҙәниәт бүлеге кинозалды кино ҡорамалдары менән йыһазландырыуға 5 миллион һум күләмендә социаль һәм иҡтисади йәһәттән кинематографияға ярҙам Федераль фонды грантын яуланы. Шул уҡ йылдың 28 декабрендә, капиталь ремонттан һуң, район мәҙәниәт һарайының 2-се корпусының “Юбилейный” кинотеатры үҙ эшмәкәрлеген башланы. Хәҙер ул тотороҡло һәм емешле эшләй.
Һәр эште план төҙөп башлағандай, кинотеатр ҙа үҙ эшмәкәрлеген планға ярашлы алып бара. Эште планлаштырғанда, тәү сиратта киләһе йылдың ниндәй исем аҫтында үтеүе иҫәпкә алына, иң мөһиме - халыҡтың барлыҡ категорияһын – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙан алып өлкәндәргә тиклем кино менән хеҙмәтләндереүҙе тәьмин итәбеҙ. БР “Башҡортостан” Киностудияһы беҙҙең кинотеатрҙы кино һәм видеофильмдар менән тәьмин итеп кенә ҡалмай, ә планлаштырыу буйынса методик ярҙам да күрһәтә.
-“Пушкин картаһы” менән фильмдар ҡарау мөмкинлеге бармы?
- Әлбиттә, “Пушкин картаһы”на эйә булған мәктәп уҡыусыларына һәм студенттарға билет һатып алыу мөмкинлектәре арта. Хәҙер уның менән файҙаланыусыларға кинотеатрҙарға Рәсәй киноларына билет һатып алыу уңайлы. Шулай уҡ “Пушкин картаһы” менән РФ Мәҙәниәт министрлығы йәки Кино фонды ярҙамында төшөрөлгән кинотаҫмаларға билет һатып алырға мөмкин.
Мәҫәлән, уҙған йылда беҙҙең кинозалда дөйөм суммаһы 2 089 210 һумлыҡ 1268 киносеанс күрһәтелде. Килеүселәр һаны 10 884 кеше тәшкил итте. Шул иҫәптән, “Пушкин картаһы” менән 2647 кеше ҡулланған, уның килеме 559630 һум тәшкил итте. Бындай картаһы булғандар уны махсус “Пушкин программаһы” өсөн әҙерләнгән “РФ. Культура” рәсми сайтында йәиһә “Госуслуги. Культура” ҡушымтаһында бирелгән исемлеккә ярашлы тотона ала.
Шулай уҡ беҙҙең бинала киберспорт һәм робототехника залдары урынлашҡан, унда уҙған йыл 1747 кеше килгән. Эшләп алынған аҡса суммаһы 367 875 һум, шул иҫәптән Пушкин картаһы буйынса 263 550 һум тәшкил итә.
- Ниндәй фильмдарға өҫтөнлөк бирелә? Акциялар уҙғарыламы?
- Киноһөйөүселәр араһында режиссёр Дмитрий Дьяченконың “Чебурашка”, режиссёр Александра Галибиндың “Сестренка” фильмдары ҙур популярлыҡ яуланы. Был фильмдарҙы район үҙәгенең барлыҡ мәктәптәре кластар менән килеп ҡараны. Ғөмүмән, районыбыҙҙың барлыҡ белем биреү учреждениелары һәм балалар баҡсалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Киске сеанстарға ғаиләләре менән йөрөүсәлер өсөн дә ҡыҙыҡлы фильмдар, комедиялар булып тора.
Яңы йыл, 8 март, 1, 9 май байрамдары осоронда бушлай дискотекалар ойошторабыҙ. Балаларға, үҫмерҙәргә проекторҙан бейеү хәрәкәттәрен ҡабатлап бейеү оҡшай.
- Тимәк, киноға йөрөүселәр арта бара?
- Киноға йөрөү менән хәҙер кешене аптыратып булмай кеүек. Әммә ҡала кешеләре генә шулай фекер йөрөтә алалыр. Уларҙа кинотеатрҙар бар, Интернет та ҡул өҫтөндә, халыҡ та уларға йыш һәм күпләп йөрөй. Ауылдарҙа иһә хәл икенсерәк. Йәштәр өсөн бергәләп күрешеү, һөйләшеү өсөн урындар юҡ. Был айырыуса улар өсөн бик мөһим, кино кәрәкмәгән уйҙарҙан һәм ҡылыҡтарҙан арындыра. Һуңынан ҡараған фильмдың йөкмәткеһе тураһында фекер алышырға, оҡшаған-оҡшамаған урындары хаҡында бәхәсләшергә мөмкин. Әлбиттә, фильмдарҙы телевизорҙан да ҡарарға була, ләкин киң форматлы ҙур экрандан ҡарауға ни етә!
- Ҡасан ниндәй кинофильмдар күрһәтелеүе тураһында ҡайҙан белергә мөмкин? - “Юбилейный” кинотеатрының “Бәйләнештә” һәм ватсапта үҙ төркөмдәре бар. Унда фильмдар һәм трейлерҙар белдереү теҙмәһе һәр ваҡыт урынлаштырыла. Шулай уҡ мәҙәниәт һарайы алдында һәм тағы район үҙәгендә дүрт урында афишалар таҡтаһында белдереү ҡуйыла.
- Кинолар күрһәтеүгә кемдәр яуаплы?