-5 °С
Болотло
Сәхнә кешеләренең тормошон тамашасылар күҙәтергә ярата ла инде. Күптән түгел йәш йырсы Гөлназ Асаева хәтәр шәп күлдәк кейеп сәхнәгә сығып та өлгөрмәй ҡалған, концерт алдынан сәхнә артында йөрөгән блогер Олеся Лесная уның ҡиммәтле икәнен абайлап, күпме тороуын, ҡайҙан алыуын һорап та ҡуйған.
"Ҡиммәтле күлдәк буғай? Нисә һум? Ҡайҙан алдың?" - тип һораған ул Гөлназ Асаеванан.
"Эйе. 210 мең шикелле. Альберт ағай бүләк итте", - тип яуап биргән йырсы.
Баҡтиһәң, Гөлназ Асаева яңы танылып килгән йырсы Альберт Вәлиуллин концерттарында сығыш яһай.
Әйткәндәй, күлдәк ысынлап бик матур! Килешәһегеҙме?
Фото һәм сығанаҡ: Интертат