16 йыл рәттән үткәрелә килгән бәйгелә 350-нән ашыу бейеүсе сығыш яһаны. Бейеү оҫталары араһынан иң-иңдәрҙе билдәләү жюри ағзаларына еңелдән булмағандыр. Һәр ваҡыттағыса, Ҡырмыҫҡалы таланттары мәртәбәле конкурста еңеү яуларға иреште. Яңғыҙ бейеүселәр араһында “Йондоҙ” халыҡ бейеүҙәре өлгөлө ансамбле солисткаһы Камилла Латипова Гран-при яуланы. Ансамблдәр араһында “Йондоҙ”ҙар I дәрәжә лауреат исемен алды, ә ансамблдең етәксеһе Гөлназ Хәкимова “Йыл етәксеһе” дипломы һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
- Ансамблебеҙ бейеүселәрен лайыҡлы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайым. Һеҙ иң яҡшылары! – тигән тәьҫораттарын белдерә Гөлназ Хәйретдин ҡыҙы.
Киләсәктә лә шулай яҡты йондоҙҙар кеүек балҡырға, район исемен данларға яҙһын һеҙгә, йәш бейеүселәребеҙ!