Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Сентябрь 2023, 16:03

Башҡорт гимназия-интернатында Ю.Шатуновҡа таҡтаташ асылды

Рәсәйҙә данлыҡлы йырсыбыҙға ҡуйылған беренсе таҡтаташ!

Башҡорт гимназия-интернатында Ю.Шатуновҡа таҡтаташ асылды
Башҡорт гимназия-интернатында Ю.Шатуновҡа таҡтаташ асылды

М. Рәхимов исемендәге башҡорт гимназия-интернатында Ю. Шатуновҡа таҡтаташ асыу тантанаһы булды.

Рәсәйҙә данлыҡлы йырсыбыҙға ҡуйылған беренсе таҡтаташ! Бындай бәхет тағы кемгә эләгер, БРГИ-ның бәхете бар икән. Әл дә Юрий Шатунов бында 1982-84 йылдарҙа уҡып киткән, әл дә Савельевкала тыуған. Мәскәүҙән килгән фан-клуб ағзаһы Марина Елагинв шулай тине лә: ғүмерҙә ишетеп тә белмәгән Күмертау, Савельвка, Ырымбур, Аҡбулаҡ исемдәре хәҙер беҙгә бик яҡын, әллә нисә булдыҡ унда.
....Таҡтаташ асыу мәле еткәйне генә, шуны ғына көтөп торғандай, ямғыр яуҙы ла ебәрҙе. Ниндәйҙер ишараһы булдымы күктәрҙең, аҡ рауза сәскәләренән, шыбырлап, тамсылар тамды. 
Автор:
Читайте нас: