Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Март 2023, 15:21

Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!

25 мартта Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан бөгөн район Мәҙәниәт һарайында ҙур байрам үтте.

Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!
Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!

Мәҙәниәт һарайы фойеһында китаптар күргәҙмәһе ойошторолғайны. Шулай уҡ бында һүрәт төшөрөү, ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. 

Был көндө мәҙәниәт өлкәһе менән бәйле булған бик күп хеҙмәткәрҙәр район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров ҡулынан Маҡтау һәм Рәхмәт ҡағыҙҙары алды. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Виктория Мөхәмәҙиева ла бихисап бүләктәр менән ҡыуандырҙы. Байрам тамашаһына матур концерт программаһы ла әҙерләнгән ине. Өфөнән килгән ҡунаҡ, яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Йәмил Әбделмәнов һәм уның уҡыусылары моңло йырҙар бүләк итте. "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле йырсыһы Айҙар Мөхәмәтгәрәев та яҡташтарына дәртле йырҙар бүләк итте. Шулай уҡ мәҙәниәт йортонда эшләп килгән түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүсе балалар йырланылар һәм бейенеләр. Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Айназар Абдуллин ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен башҡарҙы. Ҡыҫҡаһы, мәҙәниәт көнө гөрләп үтте! 

Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!
Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!
Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!
Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!
Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!
Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!
Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!
Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!
Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!
Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!
Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!
Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!
Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!
Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!
Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!
Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!
Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!
Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!
Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!
Мәҙәниәт көнө гөрләп үтте!
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: