Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Август 2022, 12:38

Элвин Грей беҙҙән китә...

Мин китәм, - тип яҙҙы артист.

Элвин Грей беҙҙән китә...
Элвин Грей беҙҙән китә...
Элвин Грей үҙенең милли сәхнәне ҡалдырырға һәм Мәскәүгә күсенергә йыйыныуы хаҡында белдерҙе

«Мин китәм, - тип яҙҙы артист. - Быйыл милли проектты тамамларға булдым. 2022 йылда башҡорт һәм татар телдәрендә һуңғы йырҙарымды сығарам. Быны милли эстрадала 16 йыллыҡ ижад юлыма йомғаҡ тип әйтергә мөмкин. 2023 йылдың яҙында Татарстанда һәм Башҡортостанда, Мәскәүҙә концерттарымды ойошторам. Ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләнем. Мине аңларһығыҙ тип ышанам».

«Ҡайтҡас та әйберҙәребеҙҙе йыйып, күсенеп китәбеҙ. Рус телендә күп материалдар йыйылды, ҙур альбом. Ҡазан менән Өфө араһында йөрөп, проектты тормошҡа ашырып булмай. Шуға күрә илебеҙҙең баш ҡалаһына күсенергә тигән ҡарар ҡабул иттем. Оҙаҡламай мине федераль каналдарҙа ишетерһегеҙ һәм күрерһегеҙ тип ышанам», - тине йырсы.
 
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: