Даирә
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
8 Август 2022, 03:58

Алдар батырға мемориаль комплекс асыла

Тантана 8 августа көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана. Комплексты асҡан көндә этно-концерт була, унда ҡурайсы Роберт Юлдашев, Ғәлиә Мортазина, Хаят Исмаил, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө сығыш яһай.

Алдар батырға мемориаль комплекс асылаАлдар батырға мемориаль комплекс асыла
Алдар батырға мемориаль комплекс асыла

Бөрйән районының Әтек ауылы эргәһендә башҡорт халҡының милли батыры Алдар батыр хөрмәтенә мемориаль комплекс асыла. Тантана 8 августа көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

Алдар Иҫәкәев — тархан, батыр, Бөрйән улусы башлығы, 1704-1711 йылдарҙа башҡорт ихтилалы етәксеһе, күренекле сәйәси эшмәкәр. Һәйкәл кенотаф  с—имволик ҡәбер кеүек эшләнгән, сөнки геройҙың ерләнгән урыны билдәһеҙ. Иҫтәлекле таш тирәләй беседка ҡуйылған.

Комплексты асҡан көндә этно-концерт була, унда ҡурайсы Роберт Юлдашев, Ғәлиә Мортазина, Хаят Исмаил, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө сығыш яһай.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-08-05/v-burzyanskom-rayone-bashkortostana-otkroetsya-memorialnyy-kompleks-aldar-batyra-2899377

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас