Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Июнь 2022, 14:37

60 йәш тулған булыр ине...

Иғтибарығыҙға уның тормош һәм ижад юлынан ҡыҙыҡлы факттар.

60 йәш тулған булыр ине...
60 йәш тулған булыр ине...

Тап ошо көндә - 1962 йылдың 21 июнендә Ленинград ҡалаһында шағир, композитор, йырсы, кино актеры Виктор Цой тыуған. Иғтибарығыҙға уның тормош һәм ижад юлынан ҡыҙыҡлы факттар. 

Бөгөн Виктор Цойға 60 йәш тулған булыр ине...

- Ул бала саҡтан һүрәт төшөрөргә әүәҫ булған. 15 йәштә урта художество мәктәбен тамамлаған;

- Һарыу рауза сәскәләрен ныҡ яратҡан;

- Кумирҙары - Михаил Боярский, Владимир Высоцкий. Аҙаҡ Брюс Лины ныҡ ярата башлай, уның кеүек кейенә, көнсығыш көрәштәре менән мауыға;

- 1970 йылдар аҙағынан алып Виктор "Пилигримы" һәүәҫкәрҙәр төркөмө ҡатнашыусыһы Алексей Рыбин менән аралаша башлай. Шул мәлдә «Автоматические удовлетворители» панк төркөмө төҙөлә. Цой һәм Рыбин был коллектив менән Мәскәүгә барып сығыш яһай. Бер мәл электричкала дуҫтары менән гитараға ҡушылып йырлап барған Виктор Цойҙы Борис Гребенщиков күреп ҡала;

- 1981 йылдың йәйендә Цой һәм Рыба «Гарин и Гиперболоиды» төркөмөнә нигеҙ һала. Был коллектив көҙгә ҡарай Ленинград рок клубы ағзаһы булып китә. Төркөмдөң исеме «Кино»ға үҙгәрә, Гребенщиков ярҙамында беренсе альбом - "45" яҙҙырыла;

- Цой һәм "Кино" йәмғеһе 8 альбом яҙҙыра. Төрлө аранжировкалы «Кукушка», «Последний герой», «Алюминиевые огурцы», «Мама Анархия», «Видели ночь», «Группа крови», «Звезда по имени Солнце» кеүек йырҙар бик популярлаша;

- Виктор кино актеры булараҡ бик билдәле. "Рок", "Йях-х-ха!", "Конец каникул" кеүек ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙа уйнай. Моро роле Цойҙы Рәшит Ноғмановтың "Игла" фильмы менән ныҡ билдәле итә;

- 1990 йылдың июнендә Мәскәүҙең "Лужники" стадионында "Кино" төркөмө һуңғы концертын ҡуя;

- Виктор Цой 1990 йылдың 15 авгусында 28 йәшендә һәләк була.

- «Цой не умер. Он просто вышел покурить».

- Цой тере.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: