Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Июнь 2022, 14:11

“Улымдың концерттарын ҡурҡып ҡарайым”

Ришат Төхвәтуллиндың әсәһе тағы нимәләр тураһында һөйләгән? 

“Улымдың концерттарын ҡурҡып ҡарайым”
“Улымдың концерттарын ҡурҡып ҡарайым”

Танылған йәш йырсы Ришат Төхвәтуллин яңы видеояҙма менән уртаҡлашты. “Әней менән моңланып ултырабыҙ, кемгә оҡшаны, һеҙҙән – лайк, әнейемә күрһәтермен”, – тип яҙҙы Ришат.  

Ә йырсының әсәһе үҙенең уй-фекерҙәре менән уртаҡлашҡан.

“Ябай ауыл кешеләре беҙ. Ирем ғүмер буйы колхозда эшләне, мин – клубта. Клубта бөтә ғаилә менән эшләнек, тиһәң дә була. Иптәшем Айрат – тауыш операторы, оло улым Ринат – алып барыусы, Ришат синтезаторҙа уйнай, кескенәбеҙ Айгөл бейей, ә мин йырлай инем. Ул йылдарҙа ниңәлер Ришат үҙе генә йырламай ине, бары тик күмәк сығыштарҙа ғына ҡатнашты.

Хәҙер эшләмәйбеҙ, өйҙә генәбеҙ. Тик ултырмайбыҙ, күпләп мал аҫрайбыз. Өлкән улыбыҙ үҙ ғаиләһе менән күрше генә йәшәй, өс бала атаһы, вахта ысулы менән Себерҙә эшләп йөрөй. Ришат менән Айгөл – Ҡазанда, бергә йәшәйҙәр. Саҡ ҡына ваҡыттары булһа, ауылға ҡайталар.

Ришат менән бик ғорурланһам да, концерттарын ҡурҡып ҡарайым. Нотаны дөрөҫ алмаҫ, һүҙҙәрен онотор кеүек. Уның менән залда ултырған килеш йырлай-йырлай, тыным, хәлем бөтә”, - тигән Розалия Нурулла ҡыҙы.

Сығанаҡ: “СӘЛӘМ” телеканалы.

Видео: “Татар Эстрада” төркөмө.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова.
Автор:
Читайте нас: