Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Июнь 2022, 16:52

Хәниә Фәрхиҙең апаһының нимәгә йәне көйә?

Һәр береһе сәскәләр менән килә. Әммә тәнҡитләүселәр быны аңламай.

Хәниә Фәрхиҙең апаһының нимәгә йәне көйә?
Хәниә Фәрхиҙең апаһының нимәгә йәне көйә?

Башҡорт йырсыһының һеңлеһе Хәниә Фәрхигә Тәтешле районында ҡуйылған һәйкәл тураһында кире комментарийҙарға яуап бирҙе.

Бер нисә көн элек билдәле йырсыға тыуған яғында һәйкәл асылды. Социаль селтәрҙә скульптураның фотоһүрәттәре баҫылып сыҡҡас та тиерлек күптәр таш һындың тышҡы күренеше оҡшап етмәүе хаҡында белдерҙе.

Һәйкәлгә ҡағылышлы кире тәнҡит һүҙҙәренә уның апаһы Фирүзә Ибәтуллина яуап бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, һәйкәл уға ғына түгел, урындағы халыҡҡа ла бик оҡшай.

– Ул миңә бик оҡшай. Ниңә беҙ ризаһыҙлыҡ күрһәтергә тейешбеҙ?! Хәниә апай үҙе әйләнеп ҡайтҡандай булды. Киреһен яҙмағыҙ, зинһар, мин унан ныҡ арыным. Насар комментарийҙар мине борсой, уларҙы уҡыу күңелемде әрнетә. Татарстандан да яҙалар, улар үҙ күҙҙәре менән һәйкәлде күрмәгән, үҙ фекерен белдерергә маташа, был мине асыуландыра. Кисә эштән ҡайтышлай -һәйкәл янында кешеләрҙең бик күп булыуын күрҙем, улар бөтәһе лә яратып, һоҡланып ҡарай. Һәр береһе сәскәләр менән килә. Әммә тәнҡитләүселәр быны аңламай. Эйәгендәге соҡор, тештәре... Бөтәһе лә дөрөҫ эшләнгән. Скульптор Хәлит ағай Хәниә апайҙы бик яҡшы һынландыра алған! Уның эштәре абруйлы урындарҙа тора, ул ниндәйҙер үҙешмәкәр скульптор ғына түгел, – тип белдерҙе ул.

Шулай уҡ ҡатын һәйкәл авторы Хәлит Ғәлиуллинды яҡланы. Уның фекеренсә, скульптор, йырсының тышҡы ҡиәфәтен һаҡлап ҡалып, барыһын да дөрөҫ эшләгән. Шуны билдәләп үтәйек: элегерәк Хәлит Ғәлиуллиндың һәйкәлдәренә ҡарата бер нисә тапҡыр тәнҡит белдергәйнеләр.

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-06-08/y-nem-k-y-2834329?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: