Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Июнь 2022, 10:02

Йырсыларҙы һәм ҡурайсыларҙы конкурста көтәләр!

Конкурста ҡатнашырға теләүселәргә бар мәғлүмәт сайтта. 

Йырсыларҙы һәм ҡурайсыларҙы конкурста көтәләр!
Йырсыларҙы һәм ҡурайсыларҙы конкурста көтәләр!

9 июлдә Иҫәнғол ауылында халыҡ йырҙары башҡарыусыларының һәм ҡурайсыларҙың асыҡ конкурсы үтә. Ул матур йолаға әүерелгән сәнғәт байрамы. Ир-егеттәр - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сөләймән Абдуллин, ҡатын-ҡыҙҙар - Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғфирә Ғәлиева, ҡурайсылар Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәжметдин Хәсәнов исемендәге приз өсөн көс һынашасаҡ.

Конкурс шарттары буйынса, бәйгеселәр ике йәш категорияһына бүленә (16 йәшкә тиклемгеләр һәм олораҡтар). Улар мотлаҡ бер оҙон көй башҡарырға тейеш. Икенсеһе - йырсы ҡарамағында.

Ғаризалар [email protected] адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмә өсөн телефон һандары: 8 (34761) 2-22-37.

https://ye102.ru/articles/novosti/2022-06-07/yyrsylar-uraysylar-konkurs-a-r-him-itege-2832815?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: