Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Март 2022, 14:53

Бәхетеңде ситтә эҙләмә - ул һинең яныңда!

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры гастролдәре

Бәхетеңде ситтә эҙләмә -  ул һинең яныңда!
Бәхетеңде ситтә эҙләмә - ул һинең яныңда!

28 март, 19.00 сәғәттә А. Мө­бәрәков исемендәге Сибай дәү­ләт башҡорт драма театры Баш­ҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы Талха Ғиниәтуллиндың әҫә­ре буйынса “Тау артында ниҙәр бар?” спектакле менән район Мәҙәниәт һарайында сығыш яһаясаҡ.
Спектакль “Берҙәм Рәсәй” пар­тияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проектына таянып ҡу­йылды. Башҡортостандың ха­лыҡ яҙыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре, Бөйөк Ватан һуғы­шын­да ҡатнашыусы Талха Ғи­ни­әтуллиндың “Тау артында ниҙәр бар?”, “Үзбәк”, “Кисеү” һәм баш­ҡа әҫәрҙәренә таянып, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мә­ҙәниәт хеҙмәткәре Наил Ғә­йетбай кеше һәм заман тура­һын­да хикәйәтен яҙҙы. Әҙип һуғыш хаҡындағы әҫәрҙәре менән киң билдәлелек яулаған шәхес. Әҙә­би тәнҡитселәр уның ижадын Василь Быков, Вячеслав Кондратьев, Юрий Бондарев ижадына тиңләй. Талха Ғи­ни­әтуллин - тәрән яҙмышлы кеше. Иртә етем ҡалып, тор­мош­тоң әсе-сөсөһөн татып, 17 йәшендә генә фронтҡа эләккән әҙиптең әҫәрҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Уларҙа әсе дөрөҫлөк ярылып ята.
Нимә тураһында икән был хи­­кәйәт? Кеше тормошо эҙлә­неү­ҙәргә ҡоролған. Уны тау артында нимә көтөүе һәр саҡ ҡы­ҙыҡһындыра. Бәлки, унда бә­хеттер? Бер тауҙы артылғас, икен­сеһен күрә, ә унан - тағы тау­ҙар… Аҙаҡ, юлында осраған бар тауҙарға ла күтәрелгәс, кеше тигеҙ офоҡҡа барып етә һәм аңлай: был ғүмер ахырыһы. Эйе, кеше тауҙар артыла икән, тимәк, ул йәшәй. Йәшәйештең мәғә­нә­һе лә шул йәшәү. Әллә ҡайҙан алыҫтан бәхет һәм һөйөү эҙләргә кәрәкмәй, ул һәр саҡ һинең яныңда.
Был хикәйәтте ҡуйыу маҡ­са­ты менән театр директоры И.Р. Әбдрәшитов “Берҙәм Рәсәй” пар­тияһы проекттарының мөм­кин­лектәре менән файҙаланып, үҙ эштәренең профессионалдарына мөрәжәғәт итте һәм ҡу­йыу­сы режиссер, Башҡор­тос­тан­дың халыҡ артисы А.Ә.Нәҙерғолов етәк­се­ле­гендәге ҙур художестволы-ҡуйыу төркөмө шул ыңғайы эш башланы. Режиссер ассистенты - В.Н.Ғилманов, ҡуйыусы рәссам – Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Рес­публикаһының атҡаҙанған сән­ғәт эшмәкәре В.Б.Яшкулов, плас­тик яҡтан ҡуйыусы - Р.Ә. Йыл­ҡыбаев (Мәскәү ҡалаһы), музыкаль яҡтан спектаклде А.Ә. Нәҙерғолов һәм Р.Ш.Әминев биҙәнеләр.
Ролдәрҙә ҡатнашалар: Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артистары Әлфирә Ғәлләмова, Ай­гөл Хәкимова, Юнир Ғәй­нуллин; артистар Салауат Вә­лиев, Вадим Ғилманов, Юлиә Мөхәмәт­йә­нова, Залина Усманова, Гөлфиә Мәҡ­сүтова, Илгиз Әбдрәшитов, Резеда Сәфиул­лина, Айгөл Зәйнуллина, Зәлиә Хафизова, Яҙгөл Хәлисова, сән­ғәт колледжы студенттары Артур Таджидинов, Ишморат Моратов.
Билеттарҙы Пушкин картаһы менән һатып алыу мөмкинлеге бар.
Шундай шәп тамашанан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар! Рәхим итегеҙ!
Гөлсәсәк ТЕЛӘҮСИНА.

Автор:
Читайте нас: