Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Ғинуар 2022, 22:39

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә ҡарата флешмоб башланды

2021-2022 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты флешмоб башлап ебәрҙе.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә ҡарата флешмоб башланды
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә ҡарата флешмоб башланды

Был флешмоб 2022 йылдың 12 ғинуарынан 12 февраленә тиклем уҙғарыла. Конкурста ҡатнашыу өсөн Рәми Ғариповтың шиғыры менән видеоролик төшөрөргә кәрәк.

Материалдар (видеояҙмалар) «Рәми Ғарипов-90» билдәһе һәм ҡатнашыусының ғаризаһы менән [email protected] электрон адресына ҡабул ителә.

Конкурс тураһында положение менән «Бәйләнештә» «Рәми Ғариповтың йорт-музейы» төркөмөндә танышырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-01-18/ko-dnyu-rozhdeniya-narodnogo-poeta-bashkortostan-rami-garipova-zapustili-fleshmob-2659354

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: