

Рәсимә Альберт ҡыҙы мәктәп ашханаһында ун йыл арымай-талмай эшләй. Уның тырыш хеҙмәте коллективтың эшенә, уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарына үҙ өлөшөн индерә.
Үтәгән ауылы ҡыҙы Рәсимә Әхмәтйәнова урындағы мәктәптең 9-сы класын тамамлағас, артабан уҡыуын Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 134-се һөнәрселек училищеһында дауам итә. Училищела ул ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә. Ҡайҙа, кем булып ҡына эшләмәһен, хәҙер инде 2017 йылдан башлап ул йөрәгенә яҡыныраҡ булған, гел үҙенә тартып торған һөнәрен яратып башҡара.
- Һөнәрем буйынса эшкә урау юлдар буйлап килһәм дә үҙ эшем миңә бик оҡшай. Күңелемә ятҡан эшемдән ҡәнәғәтлек алам. Ашарға әҙерләүҙән тыш, мин хужалыҡ мөдире лә, һауыт-һаба йыуыусы ла, туҡланыу буйынса отчетты ла үҙем эшләйем. Зарланмайым, эшем бик оҡшай, - ти Рәсимә Альберт ҡыҙы.
Бында һәр кемде өйҙәгеләй йылы ҡабул итәләр. Мәктәптең 25 уҡыусыһы йылы аш менән тәьмин ителгән. Балалар көнөнә ике мәртәбә туҡлана: сәғәт 11.00-дә иртәнге аш һәм 13.00 сәғәттә төшкө аш ашайҙар.
- Мәктәп туҡланыуы, тәү сиратта, сифатлы һәм файҙалы булырға тейеш. Шуға күрә күңелем менән эшләргә тырышам. Беҙҙең эшебеҙгә иң ҙур баһа – балалар ашап сыҡҡандан һуң буш ҡалған тәрилкәләр йәки “тағы мөмкинме” тигән һорау, - ти ул. Әйткәндәй, ҡабаттан өҫтәмә порция һораусылар ҙа була, ти ашнаҡсы.
- Рационда тулыһынса дөрөҫ туҡланыу өсөн бөтә нәмә лә бар. Аҙнаһына ике тапҡыр аҙыҡ-түлек килтерелә, тотҡарлыҡтар юҡ. Бөгөнгө көндә башланғыс класс уҡыусылары, күп балалы ғаиләләрҙән булған һәм махсус хәрби операция яугирҙәре балалары бушлай ашай. Беренсе һәм икенсе блюдолар ҡаралған, иртәнге ашҡа аҙнаһына ике тапҡыр бутҡа бирелә. Ризыҡ төрө миҙгелгә тап килә, мотлаҡ аҙыҡтарҙан ит, һөт, ярма аштары, йәшелсә, эсемлектәр. Көндәлек менюлар тейешле тәртиптә төҙөлгән. Аҙыҡты өҫтәлгә йылы көйө бирергә тырышам,- ти уҡыусыларҙы тәмле аштары менән һыйлаусы Рәсимә Әхмәтйәнова.
Мәктәп ашханаһында таҙалыҡ һәм тәртип икәне күренә, яңы ҡоролмалар менән йыһазландырылған, туҡланыуҙы ойоштороу өсөн бөтә шарттар булдырылған. Етәкселек тырыш, булдыҡлы хеҙмәткәрҙе тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Хеҙмәттәштәре араһында абруй, ихтирам ҡаҙанған.
- Рәсимә Альберт ҡыҙы үҙ бурыстарын намыҫлы башҡара. Тәмле итеп бешерә, бөтә ерҙә таҙалыҡ һәм тәртип, - ти мәктәп директоры Зорина Иҙрисова.
Көн дә балаларға тәмле, йылы аштарҙы төрләндереп бешерә. Күңел йылыһын һалып бешергән бутҡаны, итле һурпа, ҡамыр аштарын балалар яратып ашайҙар. Балаларҙың күмәкләшеп “рәхмәт” тип әйтеүен ишетеүгә Рәсимә Альберт ҡыҙы ысынлап та лайыҡ.
- Тәмле еҫтәр беҙҙе һәр ваҡыт үҙенә тартып тора. Ашханала бешкән аш телде йоторлоҡ була. Рәсимә Альберт ҡыҙын бик яратабыҙ, уға рәхмәтлебеҙ, - ти 9-сы класс уҡыусыһы Морат Сәғәҙиев.
- Беҙгә мәктәптә ашау ныҡ оҡшай. Беҙҙең ашнаҡсы апайыбыҙ бик тәмле бешерә. Айырыуса туҡмаслы ашты яратабыҙ, - ти бер тауыштан 7-се класс уҡыусылары Динислам Баһауетдинов менән Сыңғыҙ Батталов.
Ашнаҡсы апайҙары үҙҙәрен маҡтап, рәхмәт әйтеп оҙатып ҡала.
Рәсимә Әхмәтйәнованың өйҙә лә иң күп ваҡыты аш бүлмәһендә үтә. Ул бешеренә-төшөрөнә, сөнки тыуған йортта балалары – йыш ҡунаҡ.
- Әлегә яңғыҙ йәшәһәм дә көн һайын ҡамыр аштары бешерәм. Төрләндереп салаттар эшләп яҡындарымды көтәм, - ти Рәсимә апай. Рәсимә Альберт ҡыҙы аш-һыу яраштырыуҙан тыш, яҡындарын ҡабарып бешкән икмәктәре менән дә һыйлай.
Икмәк бешереүгә Таҙлар ауылындағы күршем Наталья Сергеевна өйрәтте, утыҙ йылдан ашыу уның рецебы буйынса ғына мейестә икмәк һалам, ти хужабикә. Уңған ҡатын сәләмәтлеген дә ҡайғырта. Иртән гимнастика эшләй, йәйәүләп йөрөргә ярата. Эштән буш сағында бәйләм бәйләй.
Рәсимә Альберт ҡыҙы үҙ бәхетен Таҙлар станцияһында осрата. Ошо ауыл егете Фәзит Шамил улы менән яҙмыштарын бәйләп, татыулыҡта матур ғүмер кисерәләр. Йәш ғаилә Таҙлар станцияһында йәшәй башлай. Икеһе лә тимер юлында эшләйҙәр. Үтәгән ауылынан ер биләмәһе алып, күркәм йорт һалып сығалар. Йорттағы, ихаталағы бар нәмәне оҫта ғаилә башлығы үҙ ҡулдары менән эшләгән. Рәсимә менән Фәзит Әхмәтйәновтар ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡсаларын да гөрләтеп үҫтерәләр.
Әхмәтйәновтар өс балаға - бер ул ике ҡыҙға ғүмер һәм матур тәрбиә бирәләр. Оло улдары Руслан Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. 2024 йылда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юллана. Өйләнмәгән. Рөстәм улдары ғаиләһе менән Прибельский ауылында йәшәй. Ҡатыны Лиана менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Рөстәм үҙе тимер юлында хеҙмәт итә. Ҡыҙҙары Ильвина Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Ҡаланың балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Ситтән тороп Өфөләге М.Аҡмулла исемендәге педагогия университетында белем ала. Әле кейәүҙә түгел.
Һәр балаһына бәхеттәр теләп янған ата-әсәнең йортон ҡайғы елдәре урап үтмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкән улдары ата-әсәһен, барлыҡ яҡындарын ауыр ҡайғыларға һалып, һуғыш яланында ил тыныслығы өсөн көрәштә башын һала. Был ауыр ҡайғы ата-әсәнең бәғерҙәрен телә, йөрәктәрен ғазапҡа һала. Йорт хужаһы бала юғалтыу ҡайғыһын бик ауыр кисерә. Күңелендә тынғылыҡ тапмай һәм ағымдағы йылда контракт нигеҙендә махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләһенә күптән түгел уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр килгән.
Рәсимә Альберт ҡыҙына ҡаты һынауҙарҙы сабырлыҡ менән үтергә, артабан да хеҙмәттән йәм табып йәшәргә Хоҙай көс бирһен, яратҡан эшендә уңыштар, ғаиләһендә именлек, тыныслыҡ, бәхет урынлашыуын теләйбеҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.