

Йәшәйеште алға этәреүсе, кескенә сабыйҙарҙан шәхес үҫтереүсе, тәрбиәләүсе, оло тормошҡа юл күрһәтеүсе бөйөк йән ул уҡытыусы. Тәрән белемгә эйә булыуҙан тыш, көслө рухлы, түҙемле, оло йөрәкле лә булған педагогтар ҙур ихтирамға лайыҡ. Ҡабаҡ лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Сәғитова шундай белгестәрҙең береһе. Гүзәл Рөстәм ҡыҙы Өфө ҡалаһында тыуған. Үҫмер һәм бала сағы Бөрйән районының Байназар ауылында үтә. Урындағы мәктәптә белем ала. Туғыҙынсы класты уңышлы ғына тамамлап, аттестат алғас, артабан белемен камиллаштырыу маҡсатында Өфө ҡалаһының 3-сө һанлы колледжының башланғыс кластар уҡытыусыһы бүлегенә документтарын тапшыра. Уҡыу йорто ябылыу сәбәпле, 2-се курстан һуң 1-се һанлы педагогия колледжына күсерәләр. Артабан Өфөләге М.Аҡмулла исемендәге педагогия университетының башланғыс кластар факультетын тамамлай. Уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Кешенең ғүмерендә тәрбиәне, белемде иң беренсе атай-әсәй бирә. Һеҙҙең атай-әсәйегеҙ ниндәй уҡытыусы булды?
- Тәрбиәне кеше һәр осраған кешелә, миҙгелдән, тәбиғәттән, хәл-ваҡиғаларҙан алалыр, тип уйлайым. Кеше ғүмер буйы тәрбиәләнә һәм үҙе тәрбиәләй ҙә. Шуға ошо оло юлға стартты, әлбиттә, ғаиләһенән – атай-әсәйҙән ала башлай. Мин үҙемә килгәндә атай тәрбиәһен, өлгөһөн айырып әйтер инем. Беҙҙең атай ғәҙел, тыныс холоҡло, кешелекле, алдағы көндәрен күҙаллап йәшәй торған кеше ине. Әлеге ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул беҙҙең арала юҡ инде. Мин бына үҙемдә уның ошо сифаттарын һәр ваҡыт үҫтерергә тырыштым.
- Уҡытыусы, остаз тигән һүҙҙе ишеткәндә күҙ алдына кемде баҫтыраһығыҙ?
- Беренсе тапҡыр мәктәп тупһаһынан серле белем иленә әйҙәгән тәүге уҡытыусым Хөрмә Балапан ҡыҙы Хисмәтуллинаны иҫкә төшөрәм. Уға оло рәхмәтлемен. Ул биргән белем, тәрбиә беҙҙе ысын мәғәнәһендә оло юлға ышаныслы баҫырға ярҙам итте, шәхес булараҡ формалаштырыуға нигеҙ һалғандыр, сөнки бөтә булған һәләттәрҙе асыуға тәүге уҡытыусы юл һала.
- Һеҙ мәктәптә ниндәй уҡыусы инегеҙ?
- Беренсе кластан туғыҙынсы класҡа тиклем Байназар урта мәктәбендә белем алдым. Мәктәптә уртаса уҡыным. Бәлки иғтибар ҙа етмәгәндер, бәлки әҙер ҙә булмағанмындыр мәктәпкә. Ә бына бишенсе класҡа килгәс, мин аңлы рәүештә сәмләнеп уҡый башланым. Теүәл фәндәр донъяһына ҡыҙыҡһыныуым артты - математика дәресе бик оҡшай ине. Математиканы әле лә яратам. Мәктәп донъяһы менән ҡайнап йәшәнем, бөтә сараларҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаштым.
- Уҡытыусы булыу һәләте ҡайҙан килә, һөнәргә һөйөү ҡайһы ваҡыттан күңелегеҙгә һалынды?
- Уҡытыусы булыу – бала саҡ хыялым. Миңә иң беренсе сиратта мәктәп йылдарымда күңелемә тәүге орлоҡтар һалған уҡытыусыларым. Улар һәр саҡ өлгө булып торҙо, уҡытыусы һөнәренә һөйөү тәрбиәләнеләр. Ә беҙҙең ғаиләлә уҡытыусылар юҡ тип әйтә алмайым. Атайым яҡлап уҡытыусылар бар ине. Өләсәйем дә мөғәллимә булған, атайымдың бер туған һеңлеһе уҡытыусы. Үҙемдең бер туған һеңлем дә уҡытыусы һөнәрен һайланы.
- Хеҙмәт биографияғыҙҙы ҡайҙа башланығыҙ, беренсе дәресегеҙҙе хәтерләйһегеҙме?
- Уҡытыусы булараҡ мин мәктәптә һуң ғына эшләй башланым. Ҡабаҡ лицейында эшләүемә алты йыл ғына була. Беренсе дәресемде, әлбиттә, иҫләйем. Тәүге дәрестә балалар нисек ҡабул итерҙәр тигән ҡурҡыу, әлбиттә булды. Тик быны ҡурҡыу тип атамаҫ инем. Балалар менән уртаҡ тел табыуы еңел бирелде. Бала телде ҡыҙыҡһыныу, теләк менән өйрәнеү өсөн дәрестә ғәжәпләнеү, һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ заманса технологиялар, уҡытыу методтары ҡулланырға тырышам. Дәрестәр ҡыҙыҡлы үтһен өсөн күберәк уйын алымдарын ҡулланам. Уҡыусылар дәрескә ашҡынып киләләр, дәрестәр матур үтә. Балалар менән эшләү миңә оҡшай.
- Ниндәй конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнаштығыҙ?
- Былтырғы уҡыу йылында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнаштым. Район кимәлендә еңеү яулап, республика кимәленә сыҡтым. Бәйге, ысын мәғәнәһендә, фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу яланына, тел һәм рухиәт байрамына әүерелде. Мәртәбәле бәйгелә ҡатнашыуыма шатмын. Конкурс минең өсөн ҙур тәжрибә һәм һынау мәктәбе булды.
- Уҡытыусы ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
- Уҡытыусы иң беренсе кешелекле булырға тейеш. Яңы технологиялар, яңы алымдар менән эшләгән ваҡытта балаға барып етмәҫкә мөмкин, сөнки мәғлүмәт кешенән балаға, быуындан-быуынға йөрәк аша ғына күсә. Ул уҡыусылар менән бер телдә һөйләшә алырға, уларҙың ҡыҙыҡһыныуын тойомларға, һиҙергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта һин өлгө лә булырға тейешһең. Үҙеңдең ҡылыҡтарың, бөхтә итеп кейенеүең, матур телле булыуың – быларҙың барыһы ла балаға тәьҫир итә.
- Ғаиләгеҙ менән дә таныштырып үтһәгеҙ.
- Тормош иптәшем Тайфур Таһир улы менән 25 йыл бергә ғүмер итәбеҙ. Ул – электромонтажсы. Бөгөнгө көндә Төркиәлә вахта ысулы менән эшләй. Ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә. Иң өлкән улыбыҙ Батырхан. Уға 23 йәш. 17 йәшлек Әмирхан Өфө ҡалаһының тимер юлы колледжының 2-се курсында уҡый. Ҡыҙыбыҙ Гөлзифәгә 14 йәш. Ул Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы гимназияһының сәнғәт мәктәбенең 8-се класында белем ала. Кесе улыбыҙ Вәлихан Ҡабаҡ лицейында 3-сө класта уҡый. Балаларыбыҙҙың барыһы ла спортсылар. Өлкән улыбыҙ Батырхан - профессиональ спортсы. Башҡортостандың бобслей командаһы составында шөғөлләнде. Бик күп еңеүҙәргә лә өлгәште. Әлегә ул спортты туҡтатып торҙо. Әмирхан грэпплинг, панкратион менән шөғөлләнә. Улыбыҙ Вәлихан да ошо төр спортты үҙ итте. Ул күптән түгел Ҡабаҡ ауылындағы “Урал” спорт клубында шөғөлләнә башланы. Үҙем ял көндәрендә рәхәтләнеп саңғыла шыуам, ҡышҡы саф һауа һулап ҡайтам. Буш ваҡыттарымда бәйләм бәйләйем. Был шөғөлдәрҙә үҙемә күңел йыуанысы табам.
- Әңгәмә өсөн рәхмәт, Гүзәл Рөстәм ҡыҙы, киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын һеҙгә.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.