Даирә
+13 °С
Облачно
Мәктәптәрҙә
2 Октября , 05:26

Лайыҡлы сығыш яһанылар

Һәүәләй мәктәбендә “Өмөтбаев уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Лайыҡлы сығыш яһаныларЛайыҡлы сығыш яһанылар
Лайыҡлы сығыш яһанылар

Һәүәләй мәктәбендә бөйөк мәғрифәтсе, шағир, ғалим, тарихсы, этнограф Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тормошо һәм ижады буйынса “Өмөтбаев уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

Конференция эшендә район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гүзәл Сыңғыҙова, мәғариф бүлеге методисы Нәркәс Ҡоҙаҡаева, уҡытыусылар, уҡыусылар ҡатнашты. Сараға мәртәбәле ҡунаҡ - Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Азат Айытҡоловтоң килеүе беҙҙең өсөн икеләтә ҡыуаныслы булды. Оҫта балалар менән илһамланып уртаҡлашты, тыуған мәҙәниәтте һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне һәм йәш ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткерҙе.

Фән, йолалар һәм сәнғәт байрамы уңышлы үтте. Конференция бик күп ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Эш биш номинация буйынса алып барылды: «Атайыңдың ғына улы булма - халҡыңдың улы бул», «Беҙ - Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың вариҫтары», «Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың эҙҙәре буйлап», «Вернисаж» һәм «Шиғырҙар йәки текстан өҙөк».

Бөтә ҡатнашыусылар ҙа бик яҡшы сығыш яһаны һәм лайыҡлы урындарҙы алды. Беҙ бик шат һәм беҙҙең мәктәп уҡыусыларының да төрлө номинацияларҙа призлы урындар яулап, ҡаҙаныштар копилкаһын тулыландырыуы менән ғорурланабыҙ! Ойоштороусыларға, уҡыусыларға, уҡытыусыларға һәм, әлбиттә, беҙҙең мәртәбәле ҡунаҡҡа онотолмаҫ көн өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Бындай осрашыуҙар балаларҙың йөрәгендә тәрән эҙ ҡалдыра һәм яңы еңеүҙәргә илһамландыра!

Ғәлиә ВӘЛИЕВА.

 

Лайыҡлы сығыш яһанылар
Лайыҡлы сығыш яһанылар
Лайыҡлы сығыш яһанылар
Лайыҡлы сығыш яһанылар
Лайыҡлы сығыш яһанылар
Лайыҡлы сығыш яһанылар
Автор:
Читайте нас