Даирә
+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Мәктәптәрҙә
23 Октября 2025, 10:30

Боҙ батшалығына сәйәхәт ҡылдыҡ

Беҙ, 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенең 6 “г” һәм 7 “а” класы уҡыусылары, класс етәкселәребеҙ Тимур Марат улы Әбүбәкиров һәм Илнур Ғәлимйән улы Йосопов менән Аҫҡын боҙ мәмерйәһенә сәйәхәт ҡылдыҡ.

Боҙ батшалығына сәйәхәт ҡылдыҡБоҙ батшалығына сәйәхәт ҡылдыҡ
Боҙ батшалығына сәйәхәт ҡылдыҡ

Боҙ батшалығына сәйәхәт ҡылдыҡ

Был мәмерйә Архангел районының Аҫҡын ауылы янында, Бәләкәй Аҫҡын йылғаһының үрендә, йылға тамағынан 70 метр бейеклектә, Олотауҙың көнсығыш битләүендә урынлашҡан. Илебеҙҙең матур төбәктәренең береһе булған ошо уникаль туристик объектты үҙ күҙҙәрем менән күреүем өсөн бик шатмын.

Аҫҡын мәмерйәһе – Европала иң ҙур боҙло тау ҡыуышлыҡтарының береһе. Мәмерйәгә инеү урыны – боҙлоҡ.

Бына беҙ боҙ батшалығына килеп эләктек һәм бындағы үҙенсәлекле, ҙур боҙ сталактиттары, сталагмиттар менән һоҡландыҡ, тәбиғәттең сикһеҙ көстәренә хайран ҡалдыҡ. Бында килгән барлыҡ йәш туристар, туристик һуҡмаҡта килеп тыуған бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡты һәм Көньяҡ Уралдың уникаль тәбиғәт объекттарының береһенең матурлығына һоҡланып туйманы. Күп тауышлы, бик оҙаҡ тынмай торған һәм һәр ауазды күп тапҡыр ҡабатлаған мәмерйә шаңдауын тыңлап, сикһеҙ хистәр донъяһына сумдыҡ.

Уҡытыусыларыбыҙ сәйәхәттә көҙгө шарттарҙа хәүефһеҙлек техникаһына ла ҙур иғтибар бирҙе. Беҙ был сәфәрҙән ыңғай тәьҫораттар менән бергә киләсәк тормошта кәрәкле буласаҡ әллә күпме яңы белем алып ҡайттыҡ.

- Тыуған төйәгебеҙ Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәт донъяһы шундай күп төрлө, серле һәм иҫ киткес матур булыуына тағы бер ҡабат инандыҡ. Экскурсия бик оҡшаны. Ошондай шәп туристик сәфәр ойошторғандары өсөн мәктәп етәкселегенә, класс етәкселәребеҙгә һәм атай-әсәйҙәребеҙгә оло рәхмәтлебеҙ, - тигән тәьҫораттары һәм рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе барлыҡ уҡыусылар.

Айзилә ДӘҮЛӘНОВА,

2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенең 6 “г” класы уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас