Даирә
+13 °С
Облачно
Мәктәптәрҙә
11 Января 2025, 09:26

Ауыл уҡытыусыларына түләү арттырылды

Ҡайһы бер төбәктәрҙә “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса түләүҙәр 2 миллион һумға тиклем еткерелде 

Ауыл уҡытыусыларына түләү арттырылдыАуыл уҡытыусыларына түләү арттырылды
Ауыл уҡытыусыларына түләү арттырылды

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һәм Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов 2020 йылда башланған «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын ғәмәлгә ашырыу йомғаҡтары менән таныштырҙы.

- "Ауыл уҡытыусыһы" - илебеҙҙең бөтә уҡыусыларын да педагогик кадрҙар һәм сифатлы белем менән тәьмин итергә ярҙам итеүсе мөһим программа. Сарала меңдәрсә уҡытыусы ҡатнашты ла инде. Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса программа 2030 йылға тиклем оҙайтылды. Ул "Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктәрендә дауам иттереләсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Чернышенко.

1 ғинуарҙан программа «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Уҡытыусылар һәм остаздар» федераль проектына индерелде.

Рәсәй Федерацияһында ауыл ерендә уҡытыусылар һаны 375 меңдән ашыу кеше тәшкил итә, был – дөйөм уҡытыусылар иҫәбенең 35 проценты.

«Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашырыу барышында унда 6,3 мең самаһы уҡытыусы ҡатнашҡан, йәғни ауыл еренә эшкә барған. Бында һүҙ Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре ауыл мәктәптәре тураһында ла бара.

- Ауыл ерендә мәктәптәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ, шул иҫәптән уҡытыусылар хеҙмәтенә түләү системаһын яҡшыртыу, уларҙы әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү менән шөғөлләнәбеҙ, уҡытыу өсөн заманса шарттар булдырабыҙ. Юғары квалификациялы уҡытыусыларҙың алыҫта урынлашҡан ауылдарҙа һәм ҡасабаларҙа ҙур булмаған мәктәптәрҙә лә эшләүе бик мөһим. Дүрт йыл эсендә төбәктәрҙән дә, уҡытыусыларҙан да программаның яҡшы һөҙөмтәләрен һәм уға ихтыяж булыуын күрәбеҙ. Проектҡа артабан да ярҙам күрһәтербеҙ, - тип билдәләне РФ мәғариф министры Сергей Кравцов.

Программа сиктәрендә ауыл тораҡ пункттарына, эшсе ҡасабаларға, ҡала тибындағы ҡасабаларға һәм 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға күсеп килгән уҡытыусылар бер тапҡыр бирелә торған компенсация ала: Алыҫ Көнсығыш федераль округында ул 2 миллион һум тәшкил итә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә – 1 миллион һум.

2025 йылдың ғинуарынан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүенең күләме 2 миллион һумға тиклем арттырылды.

Бынан тыш, Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттарында ла төбәк аҡсаһы иҫәбенә ауыл уҡытыусылары өсөн өҫтәмә социаль ярҙам һәм социаль ярҙам саралары билдәләнә, шул иҫәптән бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙәр, торлаҡ менән тәьмин итеү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләүҙәрҙе компенсациялау ҡаралған.

Сығанаҡ: РФ Мәғариф министрлығы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-01-11/auyl-u-ytyusylaryna-t-l-arttyryldy-4080367

Автор:
Читайте нас