Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
26 Ноябрь , 09:52

Балаларға ҡояш булып баға

 «Күсәренә ерҙең ҡуйыр инем, Мәңгелектең хатта үҙенә. Яҙып ҡуйыр инем алтын менән «Уҡытыусы» тигән һүҙ генә!» (Гөлшат ӘХМӘТОВА).

Балаларға ҡояш булып баға
Балаларға ҡояш булып баға

Талғын ғына таң елдәренә тирбәлеп, ҡояштың һүрән яҡтыһында ялтырай би­реп, ағастарҙан төрлө төҫтәге япраҡтар ҡойола. Улар берсә түңәрәк яһап, бер­сә кәйелә биреп, көҙҙөң барлыҡ сағыу төҫтәрен үҙенә туплаған келәм булып ғәзиз еребеҙгә түшәлә... Тап ошондай тәбиғәт­тең сихри миҙгелендә иң изге, иң кәрәкле һөнәр эйәләре – уҡытыусылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Эйе, мәктәп һәм уҡытыусы – айырылғыһыҙ төшөн­сәләр. Күпме балаға белем биреп, тормо­шҡа юл күрһәткән, фиҙаҡәр хеҙмәт менән үҙенең ҡабатланмаҫ данлы тарихын бул­дырған Прибельский мәктәбе лә, башҡа күп белем усаҡтары кеүек, үҙенең көслө уҡытыусылары менән дан тота.

Энергиялары ташып торған йәш уҡы­тыусылар менән бер рәттән, олуғ тәжрибә туплаған, әллә ҡасан үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән уҡытыусылар ҙа етерлек беҙҙә. Уларҙың араһында айырым урын алып торған хөрмәтле мәғариф уҙаманы Фидә­лиә Рафаил ҡыҙы Мусина ла бар.

Шишмәм башы - Ҡарлыман тип ҡабат­ларға ярата ул үҙенең тыуған ауылын айы­рым бер наҙ, ихласлыҡ менән иҫкә алып. Районыбыҙҙың хозур тәбиғәтле Ҡарлыман ауылы ҡыҙы ул. Тыуған ауылы мәктәбенең йөҙөк ҡашы булған тырыш уҡыусы, яҡшы уҡыу менән бер рәттән, төрлө сараларҙа әүҙемлек күрһәтә. Пионер, комсомол ой­ошмалары эштәрендә ҡайнап йәшәй.

Класташтары һәм класс етәксеһе менән барған экскурсияларға йөрөгән сағыу ғүмер миҙгелдәрен әле лә ҙур кинә­нес менән иҫкә ала. Мәктәптә ул бөтә фәндәрҙе лә берҙәй яҡшы үҙләштерә. Әммә уның күңеленә география дәрестәре нығыраҡ ята. 10-сы класты тик яҡшы билдәләренә генә тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының география фа­культетына уҡырға инә һәм уны уңыш­лы тамамлай. Ул ваҡытта дипломлы йәш белгестең Өфөлә ҡалып, яҙмышын фән юлы буйынса дауам итергә лә мөмкинсе­леге була. Әммә ул ғүмерен, ике лә уйлап тормайынса, мәктәп менән бәйләй. Тыуған районына ҡайтып Үтәгән мәктәбен­дә географ, директор урынбаҫары булып эшләй башлай. Тап ошо осорҙа ул үҙенең ғүмерлек юлдашын, ошо мәктәптә тарих уҡытыусыһы булып эшләп йөрөүсе Илшат Әсҡәт улын осрата. Күп тә үтмәй йәшлек бөрөләре тулышҡан, белемле, дәртле, рух­лы йәштәр сәстәрен сәскә бәйләп, ғаилә тормошо тигән оло юлға баҫалар.

 Шулай итеп, Мусиндарҙың данлы пе­дагогтар династияһы тағы ла бер уҡыты­усыға арта. Ул ваҡыттарҙан алып бик күп һыуҙар аҡҡан, апаруҡ ғүмер юлдары артта ҡалған.

Бөгөнгө көндә Фидәлиә Рафаил ҡыҙы Прибельский урта мәктәбенең алтын бағанаһы кимәленә күтәрелгән юғары категориялы уҡытыусы. Беҙҙең һөнәр ке­шеләре ғүмер буйына уҡый, заман талап­тарына яраҡлаша, яҡтылыҡҡа ынтыла. 2000 йылдар башында ул ситтән тороп филолог һөнәренә уҡып ҡыҙыл диплом алыуға өлгәшә. Ә 2012 йылда ойоштороу һәләтенә эйә булған, талапсан, киң эруди­циялы, принципиаль уҡытыусыны мәк­тәптең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Бына инде ун ике йылдан ашыу Фидәлиә Рафаил ҡыҙы ошо ауыр ҙа, яуаплы ла вазифаны арымай-талмай, төптән егелеп, башҡарып килә. Ҙур коллектив, тиҫтәләрсә уҡытыусы, 900-гә яҡын уҡы­усылар туплаған, даны сит тарафтарға таралған Прибельский мәктәбендә оҙаҡ йылдар уҡытыу-тәрбиә буйынса директо­ры урынбаҫары булып эшләү - үҙе үк күп нимә тураһында һөйләй. Беҙҙең мәктәп Мәғариф министырлығы тарафынан мәк­тәптәргә уйылған маҡсат һәм бурыстарға яуап биреүсе, даими үҫешеүсе белем биреү ойошмаһы. Бөгөнгө ысынбарлыҡ белем биреү процесына үҙгәрештәр индереүҙе талап итә. Ошо маҡсаттарҙы ысынбар­лыҡҡа әйләндереү өсөн яңылыҡтар менән ваҡытында танышып, коллективтан талап итеп, һуңынан уҡыусыларҙың еңеүҙәре аша һөҙөмтә булдырыу өсөн күпме көс, ваҡыт, тырышлыҡ кәрәк икәнен Фидә­лиә Рафаил ҡыҙы үҙе генә беләлер... Эштә осраған төрлө ҡатмарлы хәлдәрҙә алтын урталыҡты табыу, юғарынан бирелгән төрлө күрһәтмәләрҙе дөрөҫ башҡарып сығыу өсөн ай-һай ҙур түҙемлек, зирәк зиһен, сабырлыҡ талап ителә. Төрлө кимәлдәге олимпиадалар, ғилми-ғәмә­ли конференциялар, семинарҙарҙан тыш беҙҙең мәктәптә «Инглиз ҡунаҡханаһы», «Математик карусель» кеүек ҙур-ҙур проекттарға нигеҙ һалынды. Шуларҙың араһында Бөтә Рәсәй «Башҡорт мозаи­каһы» тип исемләнгән фестиваль айырым урын алып тора. Сараға әҙерлек сиктәрен­дә башҡорт теле уҡытыусыһы һәм проект авторҙарының береһе булараҡ, Фидәлиә Рафаил ҡыҙы ҙур көс һала. Уҡыусыларҙы музейҙарға, театрҙарға йөрөтә. Баш ҡала­быҙҙың тарихи урындарына экскурсиялар ойоштора.

Заманында үҙе ҡатнашып төрлө һөнәри конкурстарҙа еңеүҙәр яулаған хөрмәтле коллегам хәҙер инде бай тә­жрибәһен йәштәргә лә ихлас өләшә, фәһемле кәңәштәрен бирә, өлгө күрһәтә. Йыл һайын уҡыусыларын берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләүҙән башлап, ҡул­дарына өлгөргәнлек аттестаты тапшы­рғанға тиклем алып барған ҙур йүнәлеш тә Фидәлиә Рафаил ҡыҙының етди күҙәтеүе аша үтә. Уҡыусыларға Тыуған илгә, туған телгә һөйөү, уларға патриотик тәрбиә би­реү, милли традицияларға ҡыҙыҡһыныу уятыу буйынса ла башҡорт теле уҡытыу­сыһы булараҡ күп эштәр башҡара ул. Уҡы­усыларҙың һаны күп булыуға ҡарамаҫтан, Фидәлиә Рафаил ҡыҙы мәктәптәге һәр уҡыусыны исемләп белә. Инде нисә йыл­дар көн дә иртәнге һигеҙ тулыр-тулмаҫтан мәктәп фойеһында ихлас итеп уҡыусылар менән аралаша. Ул балаларҙы ҡаршы ала, улар менән әңгәмәләшә, хәлдәрен һора­ша. Ауыр хәлдәрҙә тәрбиәләнгән бала­ларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмай, тей­ешле иғтибар бүлә. Уның ихлас күңелле, нескә юморлы, кәрәк урында тәүәккәл, етди һәм балалар менән бер тулҡында йәшәүе уҡыусылар күңеленә хуш килә. Уҡытыусы кешенең иң ҙур шатлығы, әл­биттә, ул белем биреп, тәрбиәләп, оло тормош юлына оҙатҡан уҡыусылары. Фи­дәлиә Рафаил ҡыҙы үҙе уҡытҡан, күптән инде үҙҙәре ғаиләле булған уҡыусыла­рының яҙмыштары менән ҡыҙыҡһына, улар өсөн борсола, уңыштарына шатлана, еңеүҙәрен хуплай.

Эйе, ғаиләһенән дә уңды ул. Илшат Әсҡәт улы менән бынамын тигән ике ул үҫтерәләр. Илдар менән Айҙар илебеҙҙең алдынғы уҡыу йорттарын уңышлы та­мамлап, үҙ юлдарынан баралар. «Ыша­ныслы тыл булһа ғына эштә лә уңыштар, алға китештәр була. Ул яҡтан мин бәхет­ле. Һөнәремдең бөтә нескәлектәрен дә аңлаған тормош юлдашыма һәм улдары­ма сикһеҙ рәхмәтлемен», - ти йөрәгенә ҡояштың үҙен һыйҙырған оҫта педагог, бәхетле әсә һәм ир ҡатыны. Был ғаилә­нең тағы бер һоҡланғыс яғын телгә ал­маһам, яҙыҡ булыр. Ожмахҡа тиң булған республикабыҙҙа уларҙың булмаған, күрмәгән ерҙәре юҡтыр. Шүлгәнташ, Асҡын мәмерйәләре, Мораҙым тарла­уығы тиһеңме, Ғәҙелша, Күк-Ҡарауыҡ, Атыш шарлауыҡтары булһынмы, уларҙың ошо хозур тәбиғәт ҡомартҡылары ту­раһында уҡыусыларға һөйләүҙәре үҙе бер матур һәм маҡтауға лайыҡ күренеш. Ошо түгелме тыуған ергә, тәбиғәткә һөй­өү тәрбиәләү?! Кешелек йәмғиәтендә иң изге һаналған һөнәр - үҫеп килгән бы­уын күңеленә сәләмәт орлоҡтар сәсеүсе, уҡытыусы һөнәренә бар ғүмерен бағыш­лаған башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев нәҫелен ғо­рур дауам итеүсе Фидәлиә Рафаил ҡыҙы Мусинаға (Өмөтбаева) киләсәктә лә оло юлдар, яҡты йылдар, киң офоҡтар насип булһын.

Ошондай төплө фекерле, талантлы, за­ман менән бергә атлаусы шәп уҡытыусы­лар эшләгәндә Прибельский мәктәбенең киләсәге яҡты, яулайһы үрҙәре бейек, киң һәм өмөтлө!

Фәнзилә БАЙЫМОВА,

Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының Почетлы мәғариф хеҙмәткәре.

 

 

 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий ХӘБИРОВ:

"Мәғариф беҙҙең өсөн махсус хәстәрлек өлкәһен тәшкил итә. Һәр мәк­тәптә – төпкөл ауылдарҙа ла, ҡалаларҙағы яңы биҫтәләрҙә лә – балаларыбыҙға сифатлы белем һәм тәрбиә алыу өсөн бөтә шарттар булдырылыуы мөһим".

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: