Ҡыуаныстары сикһеҙ
Ҡабаҡ ауылы лицейы яңы автобуслы булған. Ҡыуаныстарын беҙҙең менән дә уртаҡлашты улар.
- Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ. Бөгөн иҫке ПАЗ автобусыбыҙ урынына Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры Илдар Марат улы Мәүлитбирҙин ҡулынан 22 урынлы яңы ГАЗ автобусы асҡысын алдыҡ. Был яңы автобус иң бәләкәстәрҙе – 1-4-се класс уҡыусыларын йөрөтәсәк, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште лицей директоры Миләүшә Күсәбаева.
- Район мәктәптәренә тағы ла 39 мәктәп автобусы тапшырҙыҡ. Уларҙың барыһы ла үҙебеҙҙең илебеҙҙә етештерелгән һәм федераль программа аша алынған ГАЗ, ПАЗ, УАЗ автобустары. Мәктәп автобустары балалар белем усаҡтарына, төрлө бәйгеләргә йылыла һәм хәүефһеҙ барып етһен, республика буйлап сәйәхәт итһен өсөн ГЛОНАСС системаһы, тахографтар менән йыһазландырылған. Был уҡыу процесының мөһим өлөшө, һәм беҙ иң уңайлы шарттар тыуҙырырға бурыслыбыҙ. Йыл аҙағына тиклем тағы ла шундай 10 автобус аласаҡбыҙ, - тип яҙа Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров был ваҡиға хаҡында.