Эшләү дәүерендә ул үҙ эшен яратып һәм барлыҡ күңел йылыһын һалып башҡара, шуға уҡыусылары ла, әтә-әсәләр ҙә, хеҙмәттәштәре лә уны бик ихтирам итә. Белемен даими камиллаштырып торған, һәр яңылыҡтың өҫтөн яҡтарын ҡулланған мөғәллимәнең дәрестәре лә мауыҡтырғыс үтә. Үҙ эшенең һөҙөмтәһе яҡшы булһын өсөн бар тырышлығын һала, һәр баланың бәләкәй генә булһа ла һәләтен күреп, уны үҫтереп, балала үҙ-үҙенә ҡарата ышаныс тыуҙырырға һәләтле ул.
Мәктәпкә эшкә килгән көнөн Зорина Наил ҡыҙы бөгөнгөләй яҡшы хәтерләй:
“1992 йылдың 16 авгусы ине. Өфө педагогия техникумының черчение һәм рәсем факультетын тамамлағандан һуң мине Үтәгән ауылы мәктәбенә юллама буйынса эшкә ебәрҙеләр. Ул саҡтағы директор Рим Сәйетбаттал улы Искәндәров бик яҡшы ҡаршы алды. Ғәҙел дә, ҡәтғи ҙә филология фәндәре кандидаты етәкселеге аҫтында эшләүем менән бик бәхетлемен. Ул йәш уҡытыусыларға теория һәм практика буйынса тәжрибәһен ихлас уртаҡлашты. Шулай уҡ ул саҡтағы тәжрибәле уҡытыусылар Фәнүзә Хәсәнова, Рәүилә Байымова, Закира Нафиҡова, Лидия Иҫәнбаева, Миңлегәүһәр Исламғолова, Клара Курпаева, Гөлгөнә Батталованы йылы һүҙҙәр менән телгә алам.
Мин килгән дәүерҙә мәктәптә 60-тан ашыу бала ине. 5 малай һәм бер ҡыҙ уҡыған 7-се класҡа класс етәксеһе итеп ҡуйҙылар. Уларҙы 11-се класҡа еткергәнсе бергә үҫештем, тәжрибә тупланым”.
Эйе, ғүмер аҡҡан һыуҙай тиҙ аға. Зорина Иҙрисованың да үткән ғүмере күҙ алдында ғына кеүек. Әле ҡасан ғына Яңы Ҡыйышҡы ауылы ҡыҙы Үтәгән мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә килгән, ошо ауыл егете Ғайсаға кейәүгә сыҡҡан, балалары Азалия менән Данияр тыуған ине. Ә бөгөн ул утыҙ йыл эш тәжрибәһенә эйә һәм өс йыл инде мәктәп директоры вазифаһын башҡара. Шул ваҡыт эсендә ул ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлай һәм 2011 йылдан балаларға ошо фәндән белем бирә. География фәне тормошта бик кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы фән, уҡыусылары уның дәрестәрен яраталар һәм яҡшы үҙләштерәләр, бигерәк тә бергәләп сәйәхәттәргә йөрөргә яраталар. Зорина Наил ҡыҙы уҡыусыларын Мағаш, Арҡайым, Уҡлыҡая тауҙарына, Атыш шарлауығына алып барған, райондың иҫтәлекле урындары буйынса ла йөрөткән.
Зорина Наил ҡыҙы менән электән таныш булмаһаҡ та, һөйләшеп ултырғанда уның иҫ киткес тыныс, аҡыллы, кешелекле һәм баҫалҡы кеше икәнлеге тойолдо. Ул барыһы хаҡында ла тик ыңғай яҡтан ғына телгә алды:
- Мине һәр ваҡыт яҡшы кешеләр уратып ала. Мәҫәлән, өс йыл йөрөп эшләгән сағымда, ҡунырға саҡырған ауыл әбейҙәренә, килен булып төшкәс, яратып ҡабул иткән, балаларымды ҡарашҡан, тормош ысынбарлығына өйрәткән ҡәйнәм Миңзифа Кәшбулла ҡыҙына, минең һәр аҙымымды хуплап, ҡеүәтләп, ярҙам итеп торған ирем Ғайса Саҙретдин улына һәм бер төптән булып, берҙәм эшләгән хеҙмәттәштәремә ҙур рәхмәтлемен. Гүзәл Фәрит ҡыҙы Яҙғарова хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң мине директор итеп тәғәйенләнеләр. Коллективта 7 уҡытыусы, 4 техник хеҙмәткәр бер ғаилә булып татыу эшләйбеҙ.
Исемегеҙ һирәк осрай торған, тарихы тураһында һөйләһәгеҙсе, тип әңгәмәмде дауам итәм.
- Беҙҙең ғаилә миңә 7 йәш тулғанға тиклем Краснодар крайында йәшәгән. Шунда тыуғанмын, үҫкәнмен. Тимер юл мастеры атайым Наил Әхмәт улын был яҡҡа эшкә ебәргәс, Яңы Ҡыйышҡы ауылына килеп төпләнгәнбеҙ. 1-се класҡа уҡырға барғанда татарса һөйләшә лә белмәй инем. Уҡытыусы Фәрзәнә апай татарса һөйләшергә, уҡырға өйрәтте. 4-се класта инде татар телен һыу кеүек эсә инем.
Исемгә килгәндә, әсәйем мине һыҙылып таң атып килгәндә тыуҙырған. Ул яҡтарҙа таң бигерәк матур булып атҡан. Шуға ла миңә Зорина тип исем ҡушҡандар. Шул яҡтарҙы бер барып күреү хыялы йәшәй миндә, - тип ихлас дауам итте Зорина Наил ҡыҙы.
Зорина Наил ҡыҙы уҡытыусылыҡ эшенән тыш, ҡул эштәренә лә бик оҫта. Ул биш йыл буйына алып барған ҡул эштәре түңәрәгендә теләге булған һәр кем бәйләү-тегеү серҙәренә өйрәнгән. Хеҙмәт дәрестәрендә малайҙар ҙа сигеү сигергә өйрәнгән ине хатта, ти ҡул эштәре оҫтаһы.
Эшендә тәжрибәле, белемле уҡытыусы булһа, йортонда уңған, хәстәрлекле,
яғымлы ҡатын һәм әсәй Зорина Наил ҡыҙы. Матурлыҡ, бөхтәлек, тәртип яратыусы хужабикәнең өйөндә бар нимә зауыҡ менән урынлаштырылған. Өй эсен төрлө гөлдәр йәмләһә, йәй көндәрендә баҡсаһында күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр, витаминға бай еләк-емеш, йәшелсәләр үҫтерә. Ә көҙ етеп, мул уңышты йыйып алғас, уларҙан телеңде йоторлоҡ ҡабымлыҡтар, салаттар эшләй. Әлбиттә, ире Ғайса Саҙретдин улы, балалары һәр эштә уның ярҙамсылары.
Яҡындарының терәк булыуы, хеҙмәттәштәренең ошондай етәксе менән бер коллективта эшләүебеҙгә бик шатбыҙ. Киләсәктә лә иңгә-иңде ҡуйып эшләргә яҙһын, тип ҡеүәтләп тороуҙары, абруйлы уҡытыусыға тағы оҙаҡ йылдар дәртләнеп эшләргә дәрт-дарман бирһен. Ғаилә именлеге, сәләмәтлек, яңынан-яңы уңыштар юлдаш булһын һеҙгә, Зорина Наил ҡыҙы.
Гөлсәсәк Аласова.