Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
15 Ғинуар 2023, 12:36

Балалар Мәскәүҙән ҡайтты

Мәскәүҙә ун бала һәм уларҙы оҙатып йөрөгән әсәйҙәр булған. Баш ҡалала барыһы ла тиерлек тәүге тапҡыр.

Балалар Мәскәүҙән ҡайтты
Балалар Мәскәүҙән ҡайтты

Бөгөн Мәскәүҙән махсус хәрби операцияла һәләк булған Белорет кешеләренең балалары ҡайтты. Бөтә Рәсәй “Төнгө бүреләр” мотоберлегенең байк-үҙәгендәге яңы йыл тамашаһына балалар Бөтә Рәсәй мотоклубы президенты Александр Залдастанов - Хирургтың саҡырыуы буйынса барҙы. Балаларҙы Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта оҙатып йөрөнө. Билеттарға, йәшәүгә һәм иҫтәлекле экскурсия программаһына сығымдарҙы Белорет хакимиәте үҙ өҫтөнә алған.

"Төнгө бүреләр"менән Белорет районын 2020 йылдан дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Улар бергәләп Сосновка ауылы янындағы урман янғыны урынында ағастар ултыртҡан. Уларҙы район кешеләренең йылы ҡабул итеүе, башҡорт халҡына хас ҡунаҡсыллыҡ таң ҡалдырған.

Район башлығы Андрей Иванюта Александр Хирургҡа махсус хәрби операцияла һәләк булған Белорет хәрбиҙәренең балаларын байк-шоуға алып барыу идеяһын хуплағаны өсөн бик рәхмәтле булыуын белдергән.

Мәскәүҙә ун бала һәм уларҙы оҙатып йөрөгән әсәйҙәр булған. Баш ҡалала барыһы ла тиерлек тәүге тапҡыр.

Тәүҙә Мәскәү-сити буйлап йәйәүле экскурсия ойошторолған. Уларҙы быяланан эшләнгән бейек йорттар хайран ҡалдырған. Юғары тиҙлекле лифтта башняның 89-сы ҡатына күтәрелгәндәр. Бынан бөтә Мәскәү ус төбөндәге кеүек күренә.

"Таҙа линия" туңдырма фабрикаһында, автобус экскурсияһында баш ҡала менән менән танышыу, Воробьёв тауҙарының күҙәтеү майҙансығында булыу, Ҡыҙыл майҙан, “Нуленсе меридиан”да теләктәр теләү һәр кемдең күңелендә яҡты тәьҫораттар ҡалдырған.

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм бай программа әҙерләгән.

Балалар Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса уҡыу-методик үҙәгендә булып, янғын һүндереү, төрлө һауа шарттарында катер менән идара итеү, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса тренажерҙарҙа үҙҙәрен һынап ҡараған.

Андрей Иванюта һүҙҙәренсә, баш ҡалала өс көн дауамында балалар үҙҙәрен бик яҡшы тотҡан: "Улар тырыш, иғтибарлы һәм сыҙамлы, арыныҡ тип бер кем дә зарланманы, бер-береһе менән дуҫлаштылар".

Белорет районы хакимиәтендә вафат булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышалар. Мәғариф идаралығы, социаль хеҙмәттәр белгестәре уларҙың ҡатындары менән даими бәйләнештә. Ата-әсәләрен барып күрәләр, улдарын, аталарын, ирҙәрен, ағаларын юғалтыу ҡайғыһын еңеләйтергә тырышалар.

Һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ҡайһы бер балалары илдең башҡа ҡалаларында - Өфөлә, Екатеринбургта, Новосибирскиҙа йәшәй. Андрей Иванюта уларҙың ата-әсәләре менән йәйгеһен Волгоградҡа Сталинград һуғышының 80 йыллығына арналған юбилей сараларына барыу мөмкинлеген ҡараясағын әйтте.

Фото: Белорет районы хакимиәте.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-01-14/beloret-balalary-m-sk-n-aytty-3105506?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

Автор:
Читайте нас: