Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
7 Октябрь 2022, 09:30

Йәштәр ҡыҙыҡлы һөнәрҙәр тураһында белде

Уҡытыусылар һөнәрҙәр, ҡабул итеү ҡағиҙәләре, ятаҡта йәшәү шарттары, ҡаралған льготалар тураһында һөйләне.  

Йәштәр ҡыҙыҡлы һөнәрҙәр тураһында белде
Йәштәр ҡыҙыҡлы һөнәрҙәр тураһында белде

“Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Саҡмағош районының Иҫке Бәшир ауылында Советтар Союзы Геройы Ғ.Х. Латипов исемендәге мәктәптең 9-сы класс уҡыусылары Кушнаренко ауыл хужалығы колледжында ашнаҡсы, кондитер, ауыл хужалығы техникаһы ҡорамалдарын файҙаланыу һәм ремонтлау һөнәрҙәре буйынса һөнәри һынауҙарҙа ҡатнашты.

Экскурсия барышында уҡыусылар уҡыу кабинеттарында булды, уҡыу йортоноң шарттары һәм мөмкинлектәре менән танышты. Уҡытыусылар һөнәрҙәр, ҡабул итеү ҡағиҙәләре, ятаҡта йәшәү шарттары, уҡығандағы льготалар тураһында һөйләне. Уҡытыусы буласаҡ инженерҙарға колледжда теоретик һәм практик дәрестәрҙең нисек үткәрелеүен күрһәтте, егеттәргә двигатель эше күрһәтелде, йәштәр двигателдең запас өлөштәрен үҙҙәре ентекләп тикшереп ҡараны. Кулинария өлкәһендә ҡыҙҙарға электр вафельницаһында ризыҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде, уларҙы сәй менән һыйланылар.

Осрашыу һуңында уҡыусылар ауыл хужалығы колледжының тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды. Шулай итеп, уҡыусылар өсөн һөнәри йүнәлеш биргән экскурсия ҡыҙыҡлы һәм мәғлүмәти булды.

“Уҡыусылар колледжда тәҡдим ителгән һөнәрҙәр һәм перспективалар менән ҡыҙыҡһынды. Беҙҙең мәктәпте тамамлаусылар Кушнаренко ауыл хужалығы колледжына уҡырға инә һәм уҡыуын дауам итә. Уҡыусылар тәҡдим ителгән белем биреү мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды һәм быйыл ошо уҡыу йортона инергә теләүселәр булыр тип уйлайым” – тип уртаҡлашты Советтар Союзы Геройы Г.Х. Латипов исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Гөлнар Хәсәнова.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/324019

Фото: Саҡмағош районы хакимиәте.

 

Автор:
Читайте нас: