Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
20 Сентябрь 2022, 14:39

Аҡ алъяпҡыс, аҡ яға...

Мәктәп формаһын яратып кейҙегеҙме?

Аҡ алъяпҡыс, аҡ яға...
Аҡ алъяпҡыс, аҡ яға...

Хәтерегеҙҙәлер, уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында, Советтар Союзы тарҡалғас, мәктәптәрҙә дөйөм форма кейеү күренеше юҡҡа сығып алғайны. Уҡыусылар кем нисек теләй – шулай, ҡыҙҙар – аллы-гөллө күлдәктәр, малайҙар башлыса спорт костюмы кейеп йөрөп алғайны. Юҡсыллыҡ, аҡсаһыҙлыҡ, дефицит осоро ла үҙ эҙемтәһен һалмай ҡалмағандыр.

Шөкөр, әкренләп яңыртылған илебеҙҙә мәғариф системаһы ла яйға һалынды, мәктәптә уҡыусыларҙың форма кейеү күренеше кире ҡайтты. Бөгөн һәр белем усағы үҙенең мәктәп формаһын булдырыу, һайлау мөмкинлегенә эйә. Совет осорондағы ише бөтә балаларға бер төҫтәге, бер фасондағы күлдәк, костюмдар кейеү зарурлығы юҡ. Шулай ҙа күптәр тап ана шул мәлдәге мәктәп формаһын һағынып иҫкә ала.

СССР осоронда, уҙған быуаттың 70 – 80-се йылдарында, мәктәп формаһы һатып алыу өсөн нисә һум сарыф иткән икән ата-әсәләр? Уртаса алғанда, дөйөм сумма 17–21 һум араһында тирбәлгән. Мәҫәлән, ҡыҙҙар өсөн күлдәктең хаҡы – 8–15 һум. Шуға өҫтәп, аҡ һәм ҡара төҫтәге алъяпҡыстар ала инек. Уларҙың аҡ төҫтәгеһе – 3 һум, ҡараһы 3 һум 50 тин торҙо. Ең остарына һәм яғаға мотлаҡ аҡ манжет тегелде. Иң ябайҙары – 50 тингә, сигелгәндәре, селтәрлеләре 1 һум самаһына һатылды.

Малайҙар костюмы ҡара-күк төҫтәге пинжәк һәм салбарҙан торҙо. Хаҡы 17 һум 50 тин ине. Уларға тәғәйен күлдәк 4 һум булды. Шулай итеп, малай кешегә тәғәйен мәктәп формаһы 21 һум 50 тин торған. Бөтә пионерҙар өсөн ҡыҙыл галстук мотлаҡ ине, уның хаҡы – 50–70 тин.

“Ә һеҙҙең мәктәп формаһы нисә һум торҙо? Үҙегеҙ кейгән форма оҡшай инеме?” – тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек социаль селтәрҙәге төркөмөбөҙ уҡыусыларына. Бына ниндәй яуаптар алдыҡ уларҙан.

Рәйсә ӘХМӘТОВА:

– Форманы яратып кейҙек, бөтәбеҙ ҙә бер иш кейенһәк тә, матур ине. Үҙенә күрә бер тәртип булды.

Гүзәл ҠАРАНАЕВА:

– Мәктәп формаһы, күлдәк, ике алъяпҡыс, яға-манжеттары менән, 22–25 һумға төшә ине. Яратһаҡ та, яратмаһаҡ та, беҙ үҫкәндә оҡшағанды һайлап кейеү мөмкинлеге юҡ ине бит, шулай кәрәк тип кейҙек инде. Ул саҡта ла атай-әсәйгә балаларҙы мәктәпкә әҙерләү еңел булмаған, минеңсә.

Латифа РӘХИМҒОЛОВА:

– Совет осорондағы аҡсаға ҡарата арзан тип әйтеп булмай, сөнки беҙ уҡыған осорҙа, мәҫәлән, китаптарҙы ла һатып ала инек. Ғаиләлә кәм тигәндә өс-дүрт баланы мәктәпкә әҙерләү бурысы тора ине.

Рәйлә СӘЛИХОВА:

– Элек арзан булды, тип әйтмәҫ инем. Атайым инвалидлыҡ буйынса 22 һум пенсия ала ине. Ә бит уйлап ҡараһаң, был сумма бер баланы мәктәпкә кейендереү өсөн етер-етмәҫ булған. Күлдәктең терһәге тишелһә, еңен ҡыҫҡартып кейҙек.

Алмас БАЙМӨХӘМӘТОВ:

– Советтар заманында күп әйбер, шул иҫәптән мәктәп формаһы ла осһоҙораҡ булды тип һанайым, һәр хәлдә, аҡсаның бәрәкәте бар ине. Мин форманы яратып кейҙем.

Венера МАНСУРОВА:

– Күлдәктең ябайыраҡ туҡыманан тегелгәнен 7 һум тирәһенә, сифатлыраҡ ҡалынса туҡыманан булғанын 14 һумға һатып алырға мөмкин ине.

Зифа СӘҒИҘУЛЛИНА:

– Минән алда ике апайым уҡыны, башлыса уларҙан ҡалған форманы кейә торғайным. Хаҡы ярайһы уҡ булһа ла, тимәк, сифатлы ла булған.

Әлфиә ХАЛИҠОВА-ЛОҠМАНОВА:

– Форманы яратып кейҙем, әле лә матур итеп форма, алъяпҡыс кейгән балаларҙы күрһәм, һоҡланып ҡарайым.

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2022-09-20/a-al-yap-ys-a-ya-a-2957288 

Автор:
Читайте нас: