Мәктәбебеҙҙә иркен спорт залы, ашхана, яҡты кластар, китапхана бар. Белем усағы һәр саҡ ысын күнелдән ишектәрен асып, 1 сентябрҙә балаларҙы ҡаршылап тора. Үтәгән төп белем биреү мәктәбенең берҙәм коллективы тәрбиә һәм уҡытыу өлкәһендә бар көсөн һалып эшләй. Ата-әсәләр ҡатнашлығында ла төрлө тәрбиәүи кисәләр, осрашыуҙар үткәрелә. Һәр ҡайҙа ла белем кимәле уҡытыусы шәхесе менән бәйле. Ул үҙ фәнен төплө белә һәм уҡыусыларына оҫталыҡ менән еткерә ала икән – уңыш нигеҙе шунда.
Беҙҙең мәктәптә лә үҙ эштәрен яратҡан уҡытыусылар балаларға тәрән белем, матур тәрбиә биреп уҡыусыларҙы оло тормошҡа әҙерләй. Шулай уҡ төрлө һөнәри конкурстарҙа, семинарҙарҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә ирешә уҡытыусылар. Белем биреү процесын камиллаштырыуҙың сиге юҡ, ныҡышмалы эҙләнергә, заманса алымдар табырға, билдәләнгән йүнәлештәр буйынса маҡсатлы эш алып барырға кәрәк. Туған башҡорт телендә иркен аралашыу, рус телен тейешле кимәлдә белеү, шул уҡ ваҡытта инглиз телен тәрәнәйтеп өйрәнеү ҙә киләсәккә ҙур мөмкинлектәр аса.
Үткән 2021-2022 уҡыу йылы йомғаҡтары ла беҙҙең өсөн бик тә уңышлы булды тип әйтке килә. Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосын Юлиә Насирова инглиз телендә ятлап 2-се призлы урын алып һөйөндөрҙө. “English Lounge – 2022” Бөтә Рәсәй конкурсында 2-се, 4-се кластар ҡатнашлығындағы вокал ансамбле 2-се урын, ә 7-се класс уҡыусыһы Диана Моратова 1-се урын яуланы. 5-се класс уҡыусыһы Эльвир Аҙнағолов һәм 8-се класс уҡыусыһы Лилиә Баһауетдинова Яңы Ҡыйышҡы ауылы биләмәһе башлығы призына саңғы ярышында 12 йәштәгеләр араһында 3-сө урынға лайыҡ булдылар. Бөтә Рәсәй “Башҡорт мозаикаһы” конкурс-фестивалендә беҙҙең уҡыусылар инде нисәнсе йыл призлы урынһыҙ ҡалғандары юҡ. Үткән уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы башлығы шыршыһы байрамында беҙҙең мәктәптән 8-се класс уҡыусыһы Юлиә Насированың ҡатнашыуы ла бик һөйөндөрҙө. Юл ҡағиҙәләрен өйрәнеү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса үткәрелгән конкурстарҙа ла беҙҙең уҡыусылар бик теләп ҡатнаша. “Газ менән һаҡ булығыҙ!” конкурсында ҡатнашып 1-се класс уҡыусыһы Рузалина Гапирова диплом алһа, ә бына “Ут менән уйнарға ярамай” конкурсында Сабина Бикташева 3-сө урын яуланы. Быларҙан тыш йыл әйләһенә төрлө флешмоб, пионер ойошмаһы үткәргән акцияларҙа һәм башҡа сараларҙың әүҙем ҡатнашыусылары беҙҙең уҡыусылар. Коллектив менән замандан артта ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Ата-әсәләр ҙә бик әүҙем, кәрәк саҡта ярҙам итәләр, мәктәп сараларында ла теләп ҡатнашалар. Бына шулай йәшәй һәм алға ынтыла беҙҙең Үтәгән төп белем биреү мәктәбе.
“Ил киләсәге – талантлы йәштәр ҡулында” тиҙәр, ә талантлы йәштәрҙең киләсәге талантлы уҡытыусылар ҡулында.
Зимфира Хөсәйенова,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.