Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәптәрҙә
15 Июнь 2022, 18:04

Мәктәпкә – ике “биш”ле

Нисәмә көндәр туҡтауһыҙ яу­ған ямғырҙарҙан һуң, ниһайәт, һа­уа торошо салт аяҙ, ҡояш көлә. Әйтерһең дә, тәбиғәт тә райо­ны­быҙҙың абруйлы белем усаҡ­та­рының береһе – Иҫке Бәпес урта мәктәбенең 55 йәшлек юбилейын билдәләүгә булышлыҡ итә.

Мәктәпкә – ике “биш”ле
Мәктәпкә – ике “биш”ле

Был көндә уҡытыусылар, мәға­риф уҙамандары, тыуған ерҙәренә һағыныуҙарын бер аҙ баҫырға тип төрлө тарафтарҙан элекке уҡыу­сылар йыйылды. Осрашыуҙар, кү­решеп ҡосаҡлашыуҙар, аптырау ҡатыш таныуҙар, фотоға тө­шөү­ҙәр, шат йөҙҙәр – барыһы ла был датаға бәйле. Сара мәктәп буйынса экскурсиянан башланды. Һәр бүлмәһе шул тиклем яҡын! Ғәмһеҙ бала сағыбыҙ шунда үткән бит. Ә бөгөн кешенең күплеге! Күр­гәҙмәләргә хатта яҡын барырлыҡ түгел.
Артабан Дан паркына барып сәскәләр һалып, илебеҙ азат­лығы өсөн көрәшеүселәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ. Илебеҙ – тыныс, күгебеҙ гел аяҙ булһын тигән теләктәр яңғыраны. Әлеге мәлдә Украинала барған хәлдәргә ҡарағанда, был теләктәр һаман көнүҙәк булып тора.
Мәҙәниәт йорто алдында кү­мәкләп фотоға төшкәндән һуң, аралашыу ауыл клубында дауам итте. Бында ла зал шығырым ту­лы, хатта баҫып торорлоҡ урын да юҡ! Юбилей менән ҡотлауҙар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең оҫ­та әҙерләгән концерт номерҙары менән аралаштырылды. Сы­ғыш­тарҙа мәктәп тарихына байҡау ҙа яһалды. Баҡтиһәң, ауылда белем усағы булдырыу өсөн ҡаршылыҡтар сығып ҡына торған, әммә күмәк көс яу ҡай­тарған, тигәндәй, ауыл­даш­тар­ҙың берҙәмлеге барыһын да еңеп сыҡҡан. Мәктәп йылдарына ҡағылышлы матур хәтирәләр, күңел түренән сыҡҡан ихлас рәх­мәт һүҙҙәре лә йыш яңғы­раны был көндө сәхнәнән. Ауыл­даштар бер төптән тотон­ғас, сараны ойоштороу кимәле, һәр ваҡыттағыса, юғарыла.
Беҙ иһә, 1997 йылғы сыға­рылыш уҡыусылары, бөгөн тағы мөһим датаны билдәләнек – туған мәктәбебеҙҙән айырылып оло тормош юлына баҫыуыбыҙға 25 йыл үтеп тә киткән икән! Әле генә аттестат алған кеүек инек, хәҙер килеп сирек быуаттың бер миҙгелгә әйләнеүенә хайран ҡа­лырлыҡ бит! Класташтарым мәк­тәптән һуң белем алып төрлө һөнәргә эйә булған, Аллаға шө­көр, тормошта үҙ урынын тап­ҡан, ғаилә ҡороп, балалар үҫ­терә. Үҙ эшен асырға йөрьәт итеүселәр ҙа бар. Һәр береһе өсөн шатланып, ғорурланып була. Уҡытыусыларыбыҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнек, тип әйтергә хоҡуҡлыбыҙҙыр. Әйт­кән­дәй, был көндө осрашыу йә­һәтенән шатлығыбыҙҙы кла­­­сы­­быҙҙы сығарыусы Фидаил Фәррәхетдин улы Абдуллин һәм уның хәләле, үҙенең йөрәккә үтеп инерлек шиғырҙары менән халыҡ һөйөүен яулаған шағирә, беҙҙе рус теленән уҡытҡан Фи­рүзә Дәүләтша ҡыҙы уртаҡ­лаш­ты. Улар­ҙың янында үҙебеҙҙе яңынан уҡыусы балалар итеп хис итеүе күңелгә шундай рәхәт! Ғөмүмән, уҡытыусы­ларыбыҙ­ҙың һәр бе­реһе оло хөрмәткә лайыҡ, сөнки уларҙың коллективы электән көслөләрҙән һа­нала. Беҙгә белем биреү өсөн күп­ме тырышлыҡ­тарын һалды­лар! Дәрестәрҙән тыш өҫтәмә шөғөлләнергә, ҙур ихласлыҡ ме­нән төрлө саралар ойошторорға бер ҙә ваҡыттарын йәлләмә­неләр, төрлөсә үҫ­терергә ынтылдылар. Йылдар үткәс кенә эш­тәренә бар күңелдәрен би­реүсе ысын педагог икәнен аң­лай­быҙ. Сәс­тә­регеҙгә сал өҫ­тә­гән шуҡ­­лыҡ­­тарыбыҙҙы ғәфү итә белеүегеҙ, йән йылығыҙ өсөн һеҙгә мең рәхмәт!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 25 йыл эсендә класыбыҙҙа ауыр юғал­тыуҙар ҙа булды – типһә тимер өҙөрлөк саҡтарында ике егетебеҙ арабыҙҙан китте. Был көндө уларҙы ла онотманыҡ – ҡәбер­ҙәренә сәскәләр һалып килдек, рухтары шат булһын өсөн аяттарҙы даими бағышлатып торабыҙ.
Осрашыу ваҡыты һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Ун бер йыл буйы һөйләшеп туймағанды бер ос­рашыуҙа ғына күңел буламы һуң инде! Йышыраҡ осрашып то­рорға һүҙ ҡуйышып, таралыш­тыҡ.

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: