Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтирәләр, иҫтәлектәр
29 Сентябрь 2024, 07:08

Ҡайғылы хәбәр

Беҙ мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Ҡайғылы хәбәр
Ҡайғылы хәбәр

Бөгөн төнгә ҡарай бик ауыр яңылыҡ билдәле булды. Хеҙмәттәшебеҙ, ”Башҡортостан” ДТРК-һы филиалы директоры урынбаҫары, республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Уйылдан Ғәлин арабыҙҙан китте. Билдәле журналистың вафаты тураһында уның ҡатыны хәбәр итте. Вилдан Нурғәли улына 45 йәш ине.

Уйылдан Ғәлин Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында тыуып үҫкән. Киң мәғлүмәт сараларында - тәүҙә радиотапшырыуҙар системаһында, һуңынан телевидениела хеҙмәт итте. Үҙ карьераһында ул меңләгән репортаж, сюжет, интервью һәм тура эфир әҙерләгән.

2001 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, студент йылдарында “Юлдаш” радиоһын тулыландырыу, тапшырыуҙар ойоштороу һәм етештереү, яңылыҡтар сығарыу менән шөғөлләнә.

2003 йылда “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы филиалының телевидение студияһына эшкә күсә, хәбәрсенән алып мәғлүмәт тапшырыуҙары хеҙмәте мөхәрриренә тиклем хеҙмәт юлы үтә. 2004-2010 йылдарҙа Башҡортостан Президенты хакимиәте һәм Хөкүмәте журналистары пулына инде.

2011 йылда телевидение студияһының социаль-иҡтисади программалар бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнә. “Телеүҙәк”, “Йәнле ауыл”, “Махсус репортаж”, “Алтын көҙ”, “Арыҫлан” ирҙәр клубы, “Власть менән һөйләшеү” ТВ-проекттарының ойоштороусыһы, авторҙашы һәм алып барыусыһы була.

2014 йылдан – “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе. 2015 йылда “Рәсәй 1-Башҡортостан” телеканалында Уйылдан Ғәлин етәкселегендә башҡорт телендә “Хәбәрҙәр” төбәк яңылыҡтарының тәүге сығарылышы сыҡты. 2018 йылда “Башҡортостан” ДТРК-һы филиалы директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән. Журналистар союзы ағзаһы.

Уйылдан Ғәлиндың ике ҡыҙы ҡалды. Беҙ мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2024-09-29/bild-le-zhurnalist-uyyldan-lin-vafat-bul-an-3948908 

Автор:
Читайте нас: