Бер ниндәй осрашыу ҙа осраҡлы булмай шул. Әңгәмәләшеү барышында ул беҙҙең яҡтарҙа ла әүлиәлек иткән кеше - өләсәһе тураһында һөйләне.
- Өләсәйем Сәлиха Рамазан ҡыҙы 1905 йылда Бишауыл-Уңғарҙа тыуып үҫкән, мәҙрәсә тамамлаған. Буй еткергәс Ҡустығол ауылына килен булып төшә. Сәлимгәрәй олатайым менән дүрт балаға ғүмер бирәләр. Өләсәйем менән бер өйҙә йәшәмәһәк тә, бер ауылда булғас, уға көн дә тиерлек барып йөрөй торғайным.
Йыш ҡына уларҙың ҡапҡа төбөнән үк кешеләр сиратта тора ине, хатта өй эсенә инә алмаған саҡтарым да булды. Күп ваҡыт уларҙан оялып кире ҡайтып китә торғайным. Ә мөғжизә өмөт итеүселәр үҙ сиратын көттө. Ауырыу ҡатындар ҙа, ирҙәр ҙә, балаларын күтәреп килеүселәр уға ҙур өмөттәр бағланы. Дауаланырға теләүселәр араһында ябай кешеләрҙән алып, “Волга” машиналарында, костюм кейгән, галстук таҡҡан ҙур вазифаларҙа эшләгән ир-егеттәр ҙә бар ине. Уны юллап төрлө тарафтарҙан килделәр, хатта алыҫ Мәскәү, Ленинград ҡалаларынан да сырхауҙан үҙе йә яҡындарын ҡотолдорорға теләүселәр булды. Өләсәйем сырхап, ярҙам һорап килеүселәрҙе доға менән имләп, тыны менән өшкөрөп дауалай ине. Унан шифа алған кешеләр күп булған, ти. Йөклөлөккә уҙа алмағандар бала таба, хәлһеҙләнеп, үлем көтөп ятҡандарға көс керә, аяҡтарына баҫмағандар аяҡҡа баҫа, һуҡырая башлағандарҙың күҙҙәре асыла һәм күҙ тейһә лә өшкөрөп һауыҡтыра...
Кешеләр уны халыҡ табибы тип йөрөтә. Һиҙемләү һәләте көслө булған өләсәйем мәҙрәсәлә яҡшы белем алып, артабан шуның буйынса ҡыҙыҡһынып, сырхауҙарҙы һауыҡтырыу өсөн доғалар өйрәнә һәм күп мәғлүмәт туплап белемен арттыра. Дин тыйылған йылдар булһа ла, бер ҡасан да унан айырылмай. Ошондай ҡөҙрәт, дауалау һәләте уға Хоҙай тарафынан кешеләргә ярҙам итеп ебәрелгән өлөш булғандыр, тип уйлайым. Халҡыбыҙҙың элек-электән әүлиәләре, изгеләре күп булған. Был ғилемлелектән, рухи көстән килә.
Изгелектәр ҡылыуы өсөн уға ҡайһы бер бәндәләрҙән күрәҙәсе, сихырсы тигән яманаттар ҙа ишетергә тура килә, хатта саҡ төрмәгә эләкмәй ҡала. Уны иҫкелек ҡалдығы менән шөғөлләнә тип, 60-сы йылдарҙа закон һаҡсылары ҡулға ала һәм Ҡырмыҫҡалыға алып китә. Бәхеткә, өләсәйемә тотҡонда өс көн генә булырға тура килә. Сөнки, уның килене (әсәйем) бик ҡыйыу, сос кеше ине, ул өләсәйемдең артынан барып, нисек бер гонаһһыҙ, кешеләргә тик изгелек ҡылыусы халыҡ дауалаусыһын ябып тотаһығыҙ, Аллаһы Тәғәлә башығыҙға һуғыр тип ҡурҡмайһығыҙмы, тигән. Ошо һүҙҙәрҙән һуң уны тиҙ арала ҡайтарып ебәрәләр...
Хәтеремдә ҡалған бер хәл хаҡында ла һөйләйем әле. Ҙур һәм тулы кәүҙәле олпат ҡына ир сырхап килде. Өләсәйем эргәһенә килеп, өшкөрә башлағайны, был ир нишләргә лә белмәй, “енләнеп” китте. Ишек төбөндәге ике фляганы тотоп алды ла елтерәтеп әйләндерә башланы. Ә өләсәйем туҡтамай, һаман доғаһын уҡый. Беҙ бик ҡурҡтыҡ, әсәйем өләсәйгә өшкөрөүен туҡтатырға ҡуша, тик өләсәйем бер нимәгә иғтибар итмәйенсә доға уҡыуын дауам итте. Күпмелер ваҡыттан теге ир аңына килеп, бер ни булмағандай тынысланды. Аҙаҡ өләсәйҙән ниңә туҡтамағанын һорағайныҡ, әгәр туҡтаһам, файҙаһы булмаҫ, ендәрен еңә алмаҫ инем, уның эсендә эйәләшкән ене сыҡты, тигәйне...
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ул үлгәндән һуң да ҡәберенә зыярат ҡылырға, изгелеге өсөн рәхмәт әйтергә килеүселәр гел булып торҙо. Уның тураһында бер китап яҙырлыҡ.
Өләсәйем әлегеләй күҙ алдымда, әйтерһең, ошо тиклем йылдар уҙмаған да. Ейәндәренең һәр береһен яратты, беҙҙе тәмлекәстәр биреп һөйөндөрөр ине. Уның тапҡыр һүҙҙәре, тәрән аҡыллы кәңәштәре һаман ҡолаҡта сыңлай кеүек. Шулай уҡ ҡулдан килерҙәй эштәргә, мәҫәлән, нисек ҡамыр баҫырға, һауыт-һаба йыуырға, уны таҫтамал менән ялтыратып һөртөргә һәм, әлбиттә, яҡшыны ямандан айырырға өйрәтте. Өләсәйем күптән инде баҡыйлыҡта булһа ла, биргән һабаҡтары һәм доғалары иҫтә тора. Әлеге көнгә тиклем ҡәҙерле кешемдең бер нисә Ҡөрьән һәм мөнәжәттәр китабын, үҙ ҡулы менән яҙылған доғаларын, фотоһүрәтен, документтарын ҡәҙерләп һаҡлайым. Уны бик һағынып йыш иҫкә алам. Төшөмә лә инеп тора. Әйткәндәй, мин дә өләсәйемде төшөмдә күргәндән һуң дин юлына баҫтым.
...Төшөмдә ул мине етәкләп тау башына, бейеккә-бейеккә алып менеп китте. Тау үренә күтәрелгәс, аҫҡа ҡарап торҙом... Ошо мәлдә уянып киттем дә, оҙаҡ ҡына уйланып яттым. Был төшөмдән һуң бөтөнләй икенсе кеше булып йәшәп киттем. Оҙаҡламай ғәрәп хәрефтәрен үҙаллы өйрәндем һәм ҡөрьән уҡый башланым. Хәҙер инде намаҙға ла баҫтым, - тип һөйләне Рәйсә Сәйетгәрәй ҡыҙы.
Дини кешенән, иманлы йорттан тирә-йүнгә күңел йылыһы таралып, күҙгә күренмәҫ нур бөркөлдө...
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.
Флүрә Самиҡова, Олокүл ауылы:
- Мин тыумышым менән Ҡустығол ауылынан. Сахай мәктәбенә йөрөп уҡыным. Иртәнге 7-ләрҙә уҡырға киткән саҡта Сәлиха әбейҙең йорто эргәһендә дауалауға ҡабул иткәнен көтөп, һәр саҡ күмәк халыҡ йыйылып торғанын күрә инем.
Сәлиха әбей бик белемле халыҡ дауалаусыһы булған, уны юллап төрлө яҡтарҙан килгәндәр. Әсәйем һөйләгәндәренең ҡайһы берҙәре әле һаман иҫтә.
Ул кешенең уйын да белгән икән. Шулай, алыҫтан ике ҡатын килгән. Өйгә килеп ингәс, уларҙың береһен һин ышанмайынса килдең, сығып кит, тип сығарып ебәргән. Баҡтиһәң, ысынлап та, береһе иптәшкә эйәреп килгән, ингеһе килмәһә лә, бергә килгән ҡатын көсләп индергән булған.
Тағы бер осраҡ. Республикабыҙ райондарының береһендә эске органдарҙа эшләгән ҙур ғына бер түрә аҡылы зәғифләнеп, ашауҙан һәм һөйләшеүҙән яҙған берҙән-бер ауырыу улы буйынса килгән. Малай үҙ сире буйынса медицина учреждениеһында ла дауаланған, тик бер ниндәй ҙә үҙгәреш булмаған. Сәлиха әбей уларға тоҙ һәм тағы ул ашаясаҡ ниндәйҙер аҙыҡты өшкөрөп биргән. Был малай һауыҡҡан, ә атай кеше ауыр сирҙән ҡотолдороусыға ғүмер буйына үҙен бурыслы итеп һанап, ваҡыты-ваҡыты менән әбейҙе өйөнә алып ҡайтып ҡунаҡ итер булған.
P.S. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, ә һеҙҙең Сәлиха Хәсәнова тураһында ишеткәнегеҙ бар инеме? Уның хаҡында хәтирәләрегеҙ йәиһә районда йәшәүсе башҡа халыҡ дауалаусылары тураһында белһәгеҙ, беҙгә яҙып ебәрегеҙ.