Бөгөн 06:43 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына республиканың Шишмә районының Шишмә ауылында шәхси йорт яныуы тураһында хәбәр итәләр.
Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына килгәндә 8х10 метр майҙандағы йортто ут ялмап алған була. Янғынды һүндергәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1953 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған. Әле фажиғә сәбәптәрен асыҡлайҙар.
Кисә Өфө ҡалаһының Сазонов урамындағы ике ҡатлы ағас йорттоң яныуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, унда ике кеше түгел, ә өс кеше һәләк булған.
Ғөмүмән, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 9 ғинуарҙа республикала 28 янғын теркәлгән һәм уларҙа дүрт кеше һәләк булған, бер кеше йәрәхәттәр алған.
Иғтибар!
Ведомство граждандарҙы торлаҡтарының хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрләргә саҡыра.
Ҡулдан эшләнгән электр ҡорамалдарын ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.
Газ баллондарын ҡулланыуға ныҡлы иғтибар итегеҙ.
Балаларға шырпы һәм башҡа яныусан әйберҙәр менән уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Тик янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгән саҡта ғына өйөгөҙҙө бәләнән ҡотҡарып ҡалырһығыҙ.
Фото: @mchsrb.