Оло йәштәге ҡатын, һөҙөмтәһе тураһында уйламайынса, аҡсаһынан мәхрүм генә ҡалмаған, ә ирекһеҙҙән аферистка башҡа кешеләрҙе таларға ярҙам иткән.
Барыһы ла телефон шылтырауынан башлана: билдәһеҙ кеше үҙен инвестор тип таныштыра һәм уйын биржаһында аҡса эшләүҙең еңел ысулын тәҡдим итә. Ул пенсионер ҡатынды аҡса һалып, юғары килем аласағына ышандыра. Ҡатын уға ышанып, үҙен һынап ҡарарға була һәм мутлашыусыға башта 15 мең, ә һуңынан тағы 22 мең һум аҡса күсерә.
Бер аҙҙан “инвестор” зыян күреүсе менән яңынан элемтәгә инә. Ул: “Һинең банк картаңа аҡса инәсәк, уларҙы мин күрһәткән иҫәпкә күсерергә кәрәк” тип хәбәр итә. Уның картаһы урланған аҡсаларҙы йыуҙырыу өсөн инструментҡа әүерелеүен аңламайынса, пенсионер ҡатын быға ризалаша.
Ҡатынға, ысынлап та, төрлө кешеләрҙән 21 мең һум, 23 мең һум, 9 700 һум, 22 мең һум, 21 800 һум аҡса килә башлай. Ингән аҡсаларҙың дөйөм суммаһы 154 700 һум тәшкил итә. Аферист күрһәтмәләрен үтәп, ҡатын барлыҡ был аҡсаларҙы “инвестор” күрһәткән иҫәпкә күсерә.
Енәйәтсе пенсионер ҡатындың аҡсаларын алып ҡына ҡалмаған, ә картаһын сит аҡсаларҙы күсереү өсөн дә файҙаланған.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы киҫәтә:
- Еңел аҡса вәғәҙә иткән ят кешеләргә ышанмағыҙ. Әгәр һеҙгә бындай схемаларҙа ҡатнашырға тәҡдим итәләр икән, полицияға йәки банкка мөрәжәғәт итегеҙ;
- үҙегеҙҙең банк картағыҙҙы йәиһә сит кешеләргә инеү реквизиттарын бирмәгеҙ;
- билдәһеҙ кешеләрҙең үҙ иҫәбегеҙгә аҡса күсереүҙәренә иғтибарлы булығыҙ, бигерәк тә улар аҡсаға әйләндереү йәки күсереү үтенестәре менән бәйле булһа. Бындай ғәмәлдәр өсөн аҡсалата бүләк алыу енәйәт яуаплылығына тартыу менән янай.