ЙЫЛДЫҢ ИҢ ТӨП МУТЛЫҒЫ
Башҡортостан халҡы башлыса ҡатмарлы манипуляциялар ауына ҡаба. Мутлашыусылар кешене ҡурҡытыу һәм ышандырыу өсөн төрлө спектаклдәр уйлап сығара.
1-се аҙым. Башта улар ғәҙәти тормош хәле буйынса шылтырата. Варианттар ябай һәм төрлө булыуы бар: идарасы компания домофондың асҡысын алмаштыра, иҫәпләгестәрҙе тикшерә һәм яңырта, тыуған көнөгөҙгә кемдәндер сәскә килтергәндәр. Маҡсат – ышанысҡа инеп, код алыу.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Дәүләт хеҙмәттәренән кодты бер ведомство ла һорамай!
2-се аҙым. Алдан билдәләнгән «ҡорбанға» «ҡотҡарыусы» шылтырата һәм «аҡсаһын һаҡлап алып ҡалыуҙа ярҙам» тәҡдим итә. Мәҫәлән, әңгәмәсе «һеҙҙең иҫәптәге аҡсаны әлеге мәлдә Украина ҡораллы көстәренә күсерергә маташалар» тип хәбәр итә. Артабан кешегә аҡсаһын һаҡлап ҡалыу һәм террорға булышлыҡ итеүҙә ғәйепләнмәү өсөн нимә эшләргә кәрәклекте өйрәтә башлайҙар.
Мутлашыусылар өсөн һаҡлыҡ аҡсаһын кешенең үҙе ебәреүе йәки кредит алыуы мөһим, сөнки ул саҡта мутлыҡ ҡылыу осрағын фашлау ауыр буласаҡ.
Был фразаларҙы мутлашыусылар ғына әйтә:
– һеҙҙең иҫәптән Украина ҡораллы көстәренә ярҙамға аҡса күсерелгән;
– һеҙ терроризмда, экстремизмда ғәйепләнәһегеҙ;
– һеҙ дәүләткә хыянат итеү йәһәтенән шик аҫтына алындығыҙ.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: былар барыһы ла алдаҡ! Дәүләт именлек хеҙмәте (ФСБ) хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла телефон аша шылтыратып, кеше ҡурҡытмай.
МУТЛАШЫУСЫЛАР АРТАБАН НИСЕК АЛДАРҒА УЙЛАЙ
«Халыҡ фронты» һәм «Мошеловка» тигән проект мутлашыусылар яҡын киләсәктә киң ҡулланасаҡ алымдарҙы барланы һәм ете төп алымды билдәләне. Улар хаҡында үҙегеҙ генә белеү етмәй, мотлаҡ оло йәштәге яҡындарығыҙға ла уҡып ишеттерегеҙ.
1-се алым. Ташламалар һәм акциялы һатыуҙар. «Ҡара» йомалар, кибердүшәмбеләр һәм Яңы йыл ташламалары мәлендә мутлашыусылар билдәле брендтарҙың һәм арзан хаҡлы маркетплейстарҙың сайттарына оҡшатып, ялған интернет-магазиндар булдыра. Был алдаҡ сайттар аша улар кешеләргә ҡағылышлы шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм кодтарҙы белешә.
Нимә эшләргә: тауарҙарҙы рәсми сайттар аша ғына һатып алырға, маркетплейстарҙың ҡушымталарын рәсми магазин аша күсереп алырға, үтә ныҡ арзан хаҡтарға иғтибарлы булырға – был мутлыҡ алымы булыуы ихтимал.
2-се алым. Телефон номерына блок ҡуйыу. «Ҡорбан»ға оператор исеменән шылтыратып, тиҙҙән уның номерына блок ҡуясаҡтары, шуға күрә ашығыс рәүештә шәхесте раҫлау кәрәклеге тураһында хәбәр итәләр. Шулай уҡ бының өсөн операторҙың игеҙәк сайтына һылтанма ебәреүҙәре лә ихтимал.
Нимә эшләргә: кәрәҙле элемтәнең рәсми салонына мөрәжәғәт итергә, блок тураһында ебәрелгән хәбәрҙәге һылтанма аша үтмәҫкә.
3-сө алым. SIM-карталар һатып алыу. Кеше күп йөрөгән урында һеҙгә яңы SIM-карта тәҡдим итеүҙәре ихтимал. Бының өсөн аҡса ла биреүҙәре бар. Бындай SIM-карталар мутлашыусыларға һуңынан идентификация ҡағиҙәләрен урап үтеү өсөн кәрәк. Һөҙөмтәлә был карта аша алып барылған барлыҡ эшмәкәрлек өсөн уның яңы хужаһы яуап тотасаҡ.
Нимә эшләргә: бер ваҡытта ла үҙ исемегеҙгә теркәтеп, башҡа кешегә ҡулланыу өсөн SIM-карта бирмәгеҙ. Паспортығыҙҙы юғалтһағыҙ, Эске эштәр министрлығына мөрәжәғәт итегеҙ һәм уның нигеҙендә алынған барлыҡ SIM-карталарға блок ҡуйығыҙ.
4-се алым. Һалым хеҙмәтенән шылтыратыу. Мутлашыусы үҙен һалым инспекторы тип таныта һәм түләнмәгән һалымдар һәм штрафтар тураһында хәбәр итә. Шулай уҡ Федераль һалым хеҙмәте исеменән белдереү ебәреүҙәре, унда фишинг (ялған) сайтҡа һылтанма буйынса үтеүҙе һорауҙары ихтимал.
Нимә эшләргә: хат һәм белдереүҙәр аша ебәрелгән һылтанмалар буйынса үтмәҫкә, мәғлүмәтте Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сайтында йәки инспекцияға барып асыҡларға. Һалым инспекторҙары «штрафығыҙҙы тиҙ арала түләгеҙ» тип телефондан шылтыратмай.
5-се алым. Йылытыу мәсьәләһе. Кешегә идарасы компания исеменән йылылыҡ трассаһын ремонтлау, түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү йәки компенсация мәсьәләһе менән шылтыратыуҙары мөмкин. Шулай уҡ интернетта «йылылыҡ буйынса авария хеҙмәттәре» йәки ялған оҫталар ҙа етерлек.
Нимә эшләргә: йортҡа ҡағылышлы финанс мәсьәләләрен бары тик йыйылыштарҙа хәл итергә, диспетчер хеҙмәттәренең телефонын идарасы компания аша белешергә.
! Сайтты тикшереү өсөн домендың теркәлеү датаһын, юридик адресын һәм бәйләнеш алымдарын ҡарағыҙ, ирекле майҙансыҡтарҙа улар тураһындағы фекерҙәр менән танышығыҙ. Әгәр кешенең социаль селтәрҙәге аккаунтын тикшерергә теләһәгеҙ, уны ҡасан булдырыуына һәм ни кимәлдә әүҙем булыуына иғтибар итегеҙ. Ғәҙәттә, мутлашыусыларҙың сайттары һәм аккаунттары яңы эшләнгән була һәм унда башлыса реклама текстары урын ала.
6-сы алым. Автомобилде ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Интернетта шиналар һәм аккумуляторҙар тәҡдим иткән ялған магазиндарға юлығырға мөмкин. Шулай уҡ тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырыу буйынса өйгә барып күрһәтелгән «хеҙмәттәр», туңмай торған һыу тәҡдим ителә, йәмәғәт парковкаһында торған автомобилдең аккумуляторына диагностика «үткәреп», уны алмаштырыу зарурлығын еткерәләр.
Нимә эшләргә: автомобилгә кәрәкле әйберҙәрҙе, тәгәрмәсте һыналған магазиндарҙан йәки сайттар аша һатып алығыҙ, өйгә килеп хеҙмәт күрһәтеүселәр менән һаҡ булығыҙ.
7-се алым. Һаулыҡ һатыу. Ябыҡтырыусы йәки ниндәйҙер сирҙән ҡотолдороусы тылсымлы сараларға әле булһа ышаныусылар күп. Рекламаға һәм ялтырап торған матур һүрәттәргә ышанып, кешеләр ҡиммәт хаҡҡа һәр төрлө ялған препараттар һатып алып, һаулығына зыян килтерә һәм аҡсаһын елгә осора.
Нимә эшләргә: дарыуҙарҙы һәм медицина препараттарын бары тик дарыуханаларҙа һатып алығыҙ. Уларҙы ҡулланыр алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ.
Материалдарҙы "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне.