Рәсәйҙә кибермутлашыусылар аҡсаны йышыраҡ иптәштәре, «ярҙамсылары», ярҙамында урлай. Өҫтәүенә енәйәтселәр үҙ схемаларына бер ни ҙә һиҙмәгән кешеләрҙе йәлеп итеү сараларын уйлап таба. Енәйәтселәргә дропперҙарҙың хеҙмәте (инглизсә «drop» – ташлау, төшөрөү) эҙҙе бутау һәм карталағы аҡсаны ҡулаҡсаға әйләндереү сылбырын йәшереү өсөн кәрәк. Улар мутлыҡ схемаһын ойоштороусылар менән зыян күреүселәр араһында «буфер» булып тора.
Йыш ҡына дропперға төрлө йомоштарҙы башҡарып, «аҡса эшләргә» тәҡдим итәләр. Мәҫәлән:
– Яңы банк картаһын рәсмиләштерергә, ә һуңынан уны йәки реквизиттарҙы «ышаныслы кешегә» тапшырырға.
– Аҡса күсереүҙә ярҙам итеү. Кешегә, әйтәйек, 10 мең һум аҡса ебәрелә һәм 9500 һумды икенсе номерға күсереүҙе, ә 500 һумды «ярҙам өсөн» үҙенә ҡалдырыуҙы йәки банкоматта аҡса алып, уны курьерға биреүҙе һорайҙар.
Ҡайһы берҙә енәйәтселәр үҙҙәренең енәйәт схемаһына кешеләрҙе көс менән йәлеп итә: аҡсаны картаға күсерә йәки кеҫә телефоны иҫәбен яңылыш тулыландыра. Һуңынан аҡса алыусынан сумманы кире ҡайтарыуҙы йәки икенсе картаға күсереүҙе һорайҙар.
Кешеләрҙе дропперлыҡҡа йәлеп итеү схемалары бик күп. Енәйәтселәр йыш ҡына үҙҙәрен Рәсәй банкы, прокуратура, Эске эштәр министрлығы, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм көс структуралары хеҙмәткәрҙәре тип таныта. Мәҫәлән, улар, банк системаһында проблема тыуыуы тураһында хәбәр итеп, карта иҫәбен «урланған мәғлүмәттәр базаһы» менән сағыштырырға тәҡдим итә.
Кемде йышыраҡ аулайҙар
Мутлашыусылар – махсус уҡыу үткән һәм ышандырыу күнекмәләренә эйә булған бик яҡшы психологтар. Уларҙы кире ҡағыу еңел түгел, сөнки һәр икеләнеүгә һәм һорауға нигеҙле яуап бирәләр. Өҫтәүенә аҡсаға мохтаж булған һәм уға ниндәй юл менән эйә булыу тураһында артыҡ ҡыҙыҡһынмаған кешеләрҙе аңлы рәүештә һайлай беләләр. Йыш ҡына үҫмерҙәр ошо ауға ҡаба. Енәйәтселәр уларҙы социаль селтәрҙә таба һәм, мәҫәлән, приставка йәки туңдырма һатып аҡса эшләргә тәҡдим итә.
Шулай уҡ хәүеф төркөмөндә:
- студенттар;
- пособие йәки субсидия алған кешеләр;
- бәләкәй ауылдарҙан ҙур ҡалаларға күсеп килеүселәр;
- ҙур суммала кредит йөкләмәһе булған банк клиенттары;
- ололар;
- быға тиклем мутлашыусыларҙың хәйләһенән зыян күргән кешеләр һ. б.
Уларға тиҙ һәм еңел аҡса эшләргә тәҡдим итәләр. Бары тик аҡса алырға, уны кемгәлер күсерергә йәки банкоматта ҡулаҡса алырға ғына кәрәк. Хатта кешелә ниндәйҙер шик тыуһа ла, ул барыбер эшләп ҡарарға ризалаша, сөнки уға аҡса ныҡ кәрәк.
Дропперҙарға ҡағылышлы яуаплылыҡ
Июнь аҙағында Рәсәй Дәүләт Думаһы һуңғы уҡыуҙа дропперҙарға ҡарата енәйәт яуаплылығы индереү тураһында закон ҡабул итте. Ғәмәлдә был РФ Енәйәт кодексының 187-се статьяһына (түләү сараларының законһыҙ әйләнеше) үҙгәрештәр индереү булды. Хәҙер шәхси банк картаһын килем алыу маҡсатында сит кешегә тапшырған өсөн 100 меңдән 300 мең һумға тиклем штраф йәки ике йылға тиклем иректе сикләү ҡаралған. Әгәр кеше мутлыҡ схемаһын белә тороп картаһын берәйһенә бирһә, алты йылға тиклем төрмәгә ултыртыу янай.
Граждандарҙы 16 йәше тулған осраҡта ғына енәйәт яуаплылығына тарттырырға мөмкин. Әммә мутлашыусылар йыш ҡына үҙ схемаларына мәктәп уҡыусыларын йәлеп итә. Әгәр бала хоҡуҡ боҙоуға эләкһә, уны полиция йәки бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия иҫәбенә ҡуялар. Ата-әсәләр ҙә тейешле тәрбиә бирмәгән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ (РФ Енәйәт кодексының 156-сы статьяһы). Уларға 100 мең һумға тиклем штраф һалыныуы мөмкин.
Нисек дроппер булып китмәҫкә
Бер кемгә лә банк картағыҙҙың мәғлүмәттәрен әйтмәгеҙ.
Картағыҙҙы сит кешеләргә бирмәгеҙ.
Билдәһеҙ кешеләрҙең үтенесе буйынса реквизиттар буйынса аҡса күсерергә ризалашмағыҙ.
Банкоматта кемдер өсөн ҡулаҡса алырға ризалашмағыҙ.
Рәсәй банкына һәм полицияға шикле үтенестәр тураһында хәбәр итегеҙ.
Әгәр һеҙҙең иҫәпкә «яңылыш» аҡса килеп, уны икенсе номерға күсереүҙе һораһалар, быны эшләмәгеҙ. Банкка мөрәжәғәт итегеҙ, унда шикле түләүҙе кире ебәрәсәктәр.
БЫЛ ВАҠЫТТА…
Әйбер килтереүсегә яуап биреү миллион һумға төшә
Һуңғы ике ял көнөндә генә Башҡортостан халҡы мутлашыусылар арҡаһында 2,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан.
Бер осраҡта ҡатын енәйәтселәргә бер миллион һумдан ашыу аҡса биргән.
Уға әйбер килтереү хеҙмәтенән шылтыратып, уның исеменә заказлы хат килеүе тураһында хәбәр итәләр. Уны алыу өсөн ҡушымтанан код талап ителә, тиҙәр. Ысынында мутлашыусылар уның «Дәүләт хеҙмәттәре»ндәге шәхси кабинетына инеү мөмкинлеген ала. Бер нисә көндән һуң ҡатынға «банк белгестәре» шылтыратып, аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә күндерә башлай. Һөҙөмтәлә ул миллион һумдан ашыу аҡса ебәрә, шуларҙың 850 меңе кредит була.
Нисек һаҡланырға?
- Эске эштәр министрлығы, Федераль именлек хеҙмәте һәм банк хеҙмәткәрҙәре мессенджерҙар аша шылтыратмай һәм аҡса күсереүҙе һорамай.
- Һәр шикле шылтыратыу – бәйләнеште өҙөү һәм был хаҡта рәсми учреждениеға хәбәр итеү өсөн сәбәп.
- СМС булып килгән кодтарҙы хәбәр итмәгеҙ һәм сит кешеләргә ҡушымталарға инеү мөмкинлеген бирмәгеҙ.
Материалдарҙы "Башҡортостан Республикаһы" йәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне.