Даирә
+24 °С
Ямғыр
Уяу булайыҡ
24 Апрель 2025, 06:48

Аферистарға ҙур сумма “инвестициялаған”

Иҫке Ҡыйышҡы ауылында йәшәүсе ҡатын, ике айҙан артыҡ мутлашыусылар йоғонтоһонда булып, бер миллион һумдан артыҡ аҡсаһын юғалтҡан.

РФ Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлегенә пенсионер Мәрйәм С. (исеме үҙгәртелде) мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, февралдә ул инвестициялар тураһында реклама күреп ҡала һәм яуап бирә. Шул ваҡытта Мәрйәм С.-тың телефонына бер ир шылтырата. Ул уға отошло шарттарҙа капитал һалыуҙар тураһында һөйләй һәм биржала еңел хеҙмәт тәҡдим итә. Ҡатын ризалаша. Енәйәтсе уның банк картаһы барлығы һәм иҫәбендә күпме аҡса булыуы менән ҡыҙыҡһына. Ул ваҡытта пенсионерҙың картаһында 375 һум аҡсаһы була һәм ул мутлашыусының мессенджерына ебәргән һылтанмаһы буйынса күсерә.
Икенсе көндө Мәрйәм С.-ҡа “аналитик” шылтырата. Ул зыян күреүсе ҡатынға биржала уйнау өсөн аҡса күсерер­гә кәрәк, тип кредит рәсмиләштерергә тәҡдим итә. Мутлашыусы, пенсионер ҡатын менән видеоэлемтә аша элемтәгә инеп, зыян күреүсегә 375 мең һумлыҡ кредит рәсмиләштерергә ярҙам итә. Йәнәһе ҡатын был аҡсаларҙы үҙ иҫәбенә биржаға күсерә. Бер нисә көндән Мәрйәм С. яңынан “аналитик”ка шылтырата һәм зыян күреүсе үҙенең шәхси кабинетына инмәүен, страховкалау өсөн түләү тураһындағы хатты күрмәүен һәм шуның арҡаһында уға 180 мең һум штраф һалыныуы тураһында хәбәр итә. Мутлашыусының һүҙҙәренә ҡарағанда, шуның арҡаһында пенсионерҙың иҫәбен блокировать иткәндәр. Мәрйәм С. таныштарынан 180 мең һум бурысҡа алып, “аналитик”тың күрһәтмәләре буйынса, аҡсаны күрһәтелгән иҫәпкә күсерә. Һуңынан мутлашыусы тағы ла элемтәгә сығып, “аҡса килмәне”, тип хәбәр итә. Ул зыян күреүсегә биржа баҙарының “кире элемтәһенә” яҙырға кәңәш итә. Пенсионер шулай эшләй ҙә. Уның менән аферист белгес элемтәгә инә һәм индерелгән сумманың “туңдырылған” ячейкала булыуын һәм зыян күреүсегә яңынан 180 мең һум аҡса күсерергә кәрәклеген әйтә. Был аҡсаларҙы кире ҡайтарабыҙ тип ышандыра.
Ҡатын ярҙам һорап күршеһенә мөрәжәғәт итә. Аналитик-мутлашыусы менән видеоэлемтә аша элемтәгә инә һәм аферист ҡушҡанса барлыҡ күрһәтмәләрҙе үтәй: банктың онлайн ҡушымтаһына инеп, күршеһенең иҫәбенән 296 мең һум күсерәләр һәм уға 302 мең һум күләмендә кредит рәсмиләштерәләр. Был аҡсаларҙың барыһын да Мәрйәм С. мутлашыусы күрһәткән иҫәпкә күсерә.
Әлбиттә, һалған аҡсаларҙы уға бер кем дә кире ҡайтармай, һәм ҡатын бының сәбәбен белергә була. Ул “белгескә” шылтырата. Тегеһе, үҙ сиратында, банк көнөнә бер клиентҡа ғына аҡса бирә, тип яуап бирә.
Был юлы Мәрйәм С. туғанына мөрәжәғәт итә. Ялған аналитик менән видеоэлемтә аша шылтыратып, улар банктың онлайн ҡушымтаһына инәләр. Мутлашыусылар нимә эшләргә кәрәклеген әйтеп тора.
Ҡайһы бер ғәмәлдәрҙән һуң зыян күреүселәр ялған белгестең уның туғанына кредит рәсмиләштерергә тырышыуын аңлап ҡалалар. Уның “кредит алыуҙы тыйыу” билдәһе булғанлыҡтан, банк кредит биреүҙе хупламай. Мутлашыусы был билдәне бөтөрөүҙе талап итә. Үҙ ниәтенә ирешә алмағас, һеңлеһенең кредит картаһынан, имеш, Мәрйәм С.-тың иҫәбенә тип 147 мең һум аҡсаһын күсерә. Шулай итеп, зыян күреүсе 1 300 375 һум аҡсаһынан мәхрүм ҡалған.
Динар СӘЙФУЛЛИН,
РФ Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлек начальнигы ур ынбаҫары, эске хеҙмәт подполковнигы.

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас