Даирә
+21 °С
Болотло
Уяу булайыҡ
27 Ғинуар 2025, 07:26

Енәйәтселәргә аҡса күсереүебеҙҙе һаман дауам итәбеҙ...

Үткән тәүлектә республика халҡы мутлашыусыларға ете миллион һумдан ашыу аҡса күсергән    

Енәйәтселәргә аҡса күсереүебеҙҙе һаман дауам итәбеҙ...Енәйәтселәргә аҡса күсереүебеҙҙе һаман дауам итәбеҙ...
Енәйәтселәргә аҡса күсереүебеҙҙе һаман дауам итәбеҙ...

Республика эске эштәр органдарының дежур частарына мутлашыу тураһында 15 хәбәр килгән.
Өфөнөң 10-сы полиция бүлегенә 60 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул былтыр йәй айҙарында кейем һатыу менән шөғөлләнгән ҡатын менән танышыуы хаҡында һөйләгән. Яңы танышы сит илдән тауар һатып алған, әммә сауҙа табыш килтермәгән. Шул ваҡыт эшҡыуар сит ил банкынан аҡса сығарыуҙа ярҙам һораған. Һөҙөмтәлә ғариза яҙыусы Интернетта "банк хеҙмәткәрен" таба. Ул, үҙ сиратында, ярҙам итергә вәғәҙәләй. Биш ай дауамында Өфөлә йәшәүсе аҡса ебәрә, тик уларҙы кире ала алмай, яуапҡа аҡланыуҙар ғына килә. Һөҙөмтәлә ҡатын 4,5 миллион һум тирәһе аҡсаһын юғалтҡан.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: уяу булығыҙ! Әгәр һеҙгә ҡарата законһыҙ операция яһау тураһында шикле шылтыратыу килһә, һөйләшеүҙе туҡтатырға кәңәш ителә. Аҡсағыҙҙы хәүефһеҙ иҫәпкә күсермәгеҙ, таныш булмаған кешеләргә телефон аша үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, шулай уҡ банк реквизиттарын хәбәр итмәгеҙ, үҙегеҙгә таныш булмаған кешеләрҙең тәҡдимдәре буйынса телефонығыҙға билдәһеҙ ҡушымталар күсермәгеҙ.
Сығанаҡ: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте б

Фото: Башинформ

Автор:
Читайте нас