Даирә
+24 °С
Ямғыр
Уяу булайыҡ
16 Ғинуар 2025, 06:42

Аферистарҙың “ҡапҡанына” эләккәндәр

Район халҡы енәйәтселәргә аҡса биреүҙәрен дауам итәләр. Районда яңы мутлашыу осраҡтары теркәлгән.

“Һеҙҙең туғанығыҙ
әсирлеккә төштө...”
Енәйәтселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә лә барып еткәндәр. Улар Прибельский ауылында йәшәүсе ҡатынды ҡурҡытып, унан ҙур сумма аҡса алғандар.
Ф.Римаға (исеме үҙгәртелде) мессенджерҙан шылтыраталар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы туғаны әсирлектә булыуын хәбәр итәләр. Уға уның менән телефондан һөйләшеү өсөн 100 000 һум аҡса күсерергә ҡушалар.
Зыян күреүсе күрһәтелгән номерға кәрәкле сумманы күсерә. Ләкин мутлашыусы бының менән генә тынысланмай, уға баҫым яһап, ҡабат-ҡабат 50 000, 87 000, 80 000, 55 000 һум аҡса талап итә, ләкин туғаны менән һөйләштермәй. Дөйөм алғанда, Ф.Рима мутлашыусыға баҫым аҫтында 371 000 һум аҡсаһын күсерә.

Мутлашыусылар сайтында тауар заказ иткән
Бельский ауылында йәшәүсе Интернетта металл прокат етештереү менән шөғөлләнеүсе предприятие сайтын тап­ҡан. Ул үҙен ҡыҙыҡһындырған тауарға хаҡтар менән ҡыҙыҡһынып, күрһәтелгән электрон почтаға запрос ебәрә.
Һуңынан, уны килтереү тураһында “менеджер” менән килешкәс, ир компанияның иҫәбенә аҡсаһын түләй. Бер нисә көндән зыян күреүсе автомобилгә тауар тейәлгән һәм күрһәтелгән адрес буйынса килергә сығыуы тураһында электрон хат ала. Ләкин тауар билдәләнгән урынға килеп етә алмай.
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң зыян күреүсе ялған менеджер менән элемтәгә инергә тырышып ҡарай, уға электрон почтаға яҙа, әммә яуап килмәй. Һуңыраҡ интернетта аҡса күсерелгән предприятие етәксеһенең контакт мәғлүмәттәрен таба. Уның менән элемтәгә ингәс кенә, аферистарға эләккәнен аңлай. Зыян 623 485 һум 85 тин тәшкил итә.

Инвестицияларҙа “аҡса эшләгән”
Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә Ҡырмыҫҡалы кешеһе мөрәжәғәт итә. Ул “инвестициялар”ға 114 200 һум аҡса һалған.
Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе мессенджерҙа инвестициялар тураһында реклама күрә һәм ялған инвестор менән элемтәгә инеп, инвестициялауҙағы ыңғай яҡтар тураһында белеп, енәйәтсенең иҫәбенә 50 мең һум аҡса күсерә.
Бер нисә көндән иргә 642 124 һумлыҡ арттырылған инвестициялар һөҙөмтәләре тураһында отчет ебәрәләр. “Инвестор” һүҙҙәренә ҡарағанда, биржанан килемде сығарыу өсөн ҡабатланған табыш суммаһынан 10 процент күләмендә комиссия түләргә кәрәк.
Зыян күреүсе күрһәтелгән иҫәпкә 64 200 һум күсерә. Енәйәтсе хәбәр итеүенсә, 3 календарь көн эсендә отош килергә мөмкин. Бер нисә көндән иргә индерелгән комиссияның суммаһы етмәй тип, кире ҡағалар.
Мутлашыусы тағы 64 200 һум күсерһәң, элек индерелгән бөтә сумманы кире ҡайтарырға вәғәҙә итә. Шунан һуң ғына зыян күреүсе аферистарҙың “ҡапҡанына” эләгеүен аңлай.

Мутлашыусыларҙың
хәйләләренә ышанмағыҙ!
Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫары, эске хеҙмәт подполковнигы Динар Сәйфуллин һүҙҙәренә ҡарағанда, 2023 йылда районда 10 607 456 һумлыҡ 51 мутлашыу осрағы теркәлгән.
- Инвестициялар мутлашыуҙың иң киң таралған схемаларының береһе булып тора. Аферистар - әңгәмәләшеүсене үҙенә йәлеп итергә һәм кешене алдап аҡса күсерергә күндерә белгән яҡшы психологтар. Йыш ҡына енәйәтселәр алдау өсөн ысын брокерлыҡ компанияларынан айырыуы ҡыйын булған сайттар төҙөй.
Күпселек мутлашыусы брокерлыҡ платформаларының алдау асылы финанс баҙарҙарында еңел аҡса эшләү вәғәҙәләренән ғибәрәт. Иң элек бындай тәҡдимдәрҙә юғары табыш алыу мөмкинлеге һағайтырға тейеш, - ти Динар Ғизәр улы.
Хөрмәтле район халҡы, һаҡ һәм уяу булығыҙ һәм сит кешеләргә ышанмағыҙ. Әгәр ҙә һеҙгә шикле тәҡдим яһағандар икән, туғандарығыҙ менән элемтәгә инегеҙ һәм полиция бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, уяулыҡ һәм һаҡлыҡ – мутлашыуға ҡаршы көрәштә иң яҡшы ысул.
Ғәлиә КӘРИМОВА.

Автор:
Читайте нас