Бишбүләк районында фейерверк шартлатҡанда 17 йәшлек үҫмер бәләгә тарыған. ”Mash Batash” телеграм-каналы мәғлүмәттәре буйынса, залп үҫмерҙең башына килеп тейгән, һәм ул комаға киткән.
Үҫмерҙең Иҫке Яңы йылды дуҫтары менән ауыл клубында билдәләүе асыҡланған. Балалар үҙҙәре менән фейерверк алған, тик һаҡһыҙлыҡ арҡаһында малайҙарҙың береһе бәләгә тарый. Залп тейеү менән ул аңын юғалта.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, үҫмер ауыр имгәнеүҙәр алған һәм Бишбүләк үҙәк район дауаханаһына килтерелгән.
Тәүге ярҙам күрһәтелгәндән һуң баланы артабан дауалау өсөн санавиация ярҙамында Өфөгә оҙатҡандар.
Фото: "Башинформ".