Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
27 Июнь , 10:18

Сит банк карталары менән мутлашҡан өсөн

Суд тәжрибәһе күрһәтеүенсә, банк картаһынан аҡса урлау РФ Енәйәттәр кодексының 158-се статьяһы 3-сө бүлегендә “г” өлөшөндә ҡаралған банк иҫәбенән аҡса урлау енәйәтенә кеүек квалификациялана.

Сит банк карталары менән мутлашҡан өсөн
Сит банк карталары менән мутлашҡан өсөн

Заман урынында тормаған һымаҡ, мутлашыусылар ҙа карта ярҙамында алдашыуҙың яңы төрҙәрен уйлап табып тора. Хәҙер аферистарға яңы контактһыҙ технологиялар һәм интернет “ярҙам”ға килә. Әлбиттә, бында ҡулланыусыларҙың үҙҙәренең ғәмһеҙлеге лә ҙур роль уйнай.
Суд тәжрибәһе күрһәтеүенсә, банк картаһынан аҡса урлау РФ Енәйәттәр кодексының 158-се статьяһы 3-сө бүлегендә “г” өлөшөндә ҡаралған банк иҫәбенән аҡса урлау енәйәтенә кеүек квалификациялана.
Енәйәт эшен РФ Енәйәттәр кодексының 158-се статьяһы 3-сө бүлегендә “г” өлөшө буйынса квалификациялау өсөн аҡсаның банкомат аша, йәиһә аҡсаны икенсе банк иҫәбенә күсереү йәиһә интернет аша, йә булмаһа магазинда әйбер һатып алған өсөн түләү өсөн күсерелеүе мөһим түгел.
Урамда табып алынған карта менән ҡулланыу йәиһә унан аҡсаны алыу, шулай уҡ өҫтә әйтелгән енәйәт ҡылыу төрөнә инә.
Ағымдағы йылда район прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан РФ Енәйәттәр кодексының 158-се статьяһы 3-сө бүлегендә “г” өлөшө буйынса 4 енәйәт эше буйынса ғәйепләү билдәләнгән.
Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы ауылы кешеһе йәмәғәтселек урынында табылған карта менән магазиндан аҙыҡ-түлек һатып алған. Был ғәмәле менән ул банк картаһы хужаһына 5 мең һумдан ашыу зыян килтергән.

Енәйәт эшен тикшереү һөҙөмтәләре буйынса суд уға алты ай һынау срогы менән шартлы рәүештә алты айға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарған.
Марсель Йәһүҙин, район прокуроры ярҙамсыһы.

Автор:
Читайте нас: