Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
20 Март , 15:30

Ауыл кешеһе өсөн ҡот осҡос юғалтыу

Ике һыйыр, биш быҙау, 200 тауыҡ... Барыһы ла һәләк булған.     

Ауыл кешеһе өсөн ҡот осҡос юғалтыу
Ауыл кешеһе өсөн ҡот осҡос юғалтыу

Кисә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы янғын һүндереүселәре Шишмә районының Новотроицкое ауылындағы янғынға сыға. Улар саҡырылған урынға килеп еткәс, 11х6 ҙурлығындағы һарайҙың яныуын асыҡлай. Ул ныҡ төтөнләгән була.

Тиҙ арала утты һүндереүгә өлгәшәләр. Әммә урында һәләк булған йорт хайуандары асыҡлана: ике һыйыр, биш быҙау һәм 200 тауыҡ... Һүҙ ҙә юҡ, малына ҡарап торған, уларҙы тәрбиәләп үҫтергән хужалар өсөн был оло юғалтыу.

Әлеге ваҡытта янғындың сәбәптәре асыҡлана. Яҡынса, электр сымдарының төҙөк булмауы ихтимал тиелә.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы. 

 

Автор:
Читайте нас: