Янғын кеше ғүмерен өҙҙө...
Туғыҙынсы мартта 21.06 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһының 81-се янғын-ҡотҡарыу отрядының 14-се янғын-ҡотҡарыу бүлегенә Бельский ауылында торлаҡ йорт яныуы тураһында хәбәр килә.
Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә, йортто ут ялмап алырға өлгөрә. Ҡыҙғанысҡа, йорт хужаһы – 59 йәшлек ир янғында һәләк була.
Ут сығыуҙың иң ихтимал сәбәптәренең береһе булып мейес менән ҡулланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу тора.
Торлаҡ йорттарҙы, фатирҙарҙы һәм кәртә-ҡураларҙы янғын хәүефһеҙлеге менән тәьмин итеү маҡсатында Ауырғазы район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәргә, йорт һәм ҡура эсендә тәмәке тартмаҫҡа, торлаҡ йорттарҙы автономлы янғын тураһында хәбәр итеүсе приборҙар менән тәьмин итергә һәм уларҙың электр элементын ваҡытында алыштырырға тәҡдим итә.
Электр приборҙары менән һаҡ булырға һәм изоляцияһы зыян күргән селтәрҙәр менән ҡулланмаҫҡа.
Яғылған мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа һәм уны бала кешегә ҡарарға ҡушмаҫҡа.
Йорт-ҡураны янғын хәүефһеҙлеге менән тәьмин итеү йорт хужаларының һәм унда йәшәүселәрҙең ҡулында. Янғын сығыу билдәләре күҙгә салыныу менән тиҙ арала 8(34765) 2-12-65 йәки 112 телефон һандары буйынса янғын һағына хәбәр итегеҙ. Ситтә ҡалырға ярамай. Һеҙҙең дөрөҫ эш итеүегеҙгә кеше ғүмере бәйле.
Илгиз САТТАРОВ,
бүлек начальнигы, эске хеҙмәт подполковнигы.