Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
6 Февраль , 14:28

Бәхетенә күрә, эте булған...

Тоғро хайуан ҡотҡарыусыларҙы туңған хужабикәһенә алып килә.    

Бәхетенә күрә, эте булған...
Бәхетенә күрә, эте булған...

4 февралдә 64 йәшлек ҡатын саңғыла йөрөргә сыға. Уға эте лә эйәрә.

Саңғысы көндөҙ өйҙән сығып китә, әммә кискә әйләнеп ҡайтмай. Ире ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡаргиҙәрҙә саңғы эҙҙәре буйлап бара һәм хужабикәһе менән сығып киткән этте осрата. Тоғро хайуан уларҙы тиҙ арала хужабикәһенә алып барған. 

Ҡатын ҡар өҫтөндә хәлһеҙ ятҡан була, ныҡ ҡына өшөгән. Уны эвакуациялайҙар һәм табиптарға тапшыралар.

Был ваҡиға Мәсетле районында була. Ҡатын Октябрьск ауылынан Ярославка ауылына тиклем саңғыла йөрөргә сыҡҡан була.

Сығанаҡ: srgazeta.ru

 

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
 
 
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: