Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
2 Октябрь 2023, 14:36

Янғында бала менән әсәһе һәләк булған

Белгестәр фажиғәнең сәбәбен асыҡлай    

Янғында бала менән әсәһе һәләк булған
Янғында бала менән әсәһе һәләк булған

Йылайыр районында бөгөнгө иртә фажиғәле хәл менән башланып китә. Йылайыр ауылындағы Столичная урамында янғын башлана. Өс хужаға бүленгән йорттоң бер яғы тулыһынса яна. Тиҙ арала килеп еткән янғын һүндереүселәр ярты сәғәттә асыҡ янғынды һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утта 1986 йылғы ҡатын һәм уның бер йәшлек ҡыҙы һәләк була. Бергә йәшәгән өләсәләре өйҙән сығып өлгөргән.

Янғынды һүндереүҙә 13 кеше ҡатнаша һәм биш берәмек теника йәлеп ителә. Әлеге мәлдә фажиғә урынында тәфтишселәр төркөмө, янғын һүндереү лабораторияһы белгесе һәм башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдары эшләй. Улар янғын сәбәбен ошо арала асыҡлаясаҡ.

 

Фото: Башҡортосандың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан алынды.

Автор:
Читайте нас: