Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
20 Октябрь 2022, 08:21

Йәп-йәш көйө һәләк булдылар...

20 йәшлек егеттең водитель танытмаһы ла булмаған.   

Йәп-йәш көйө һәләк булдылар...
Йәп-йәш көйө һәләк булдылар...

Кисә таң менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан насар яңылыҡ ишеттек. Иглин районында, М-5 федераль трассаһының 1502-се километрында ҡурҡыныс авария теркәлгән. Юлда ике еңел автомобиль – “ВАЗ-2112” менән Hyundai Creta бәрелешкән.

“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аварияла ике кеше һәләк булды, дүртәүһе йәрәхәтләнде (араларында балалар юҡ). Зыян күреүселәрҙе Өфөнөң 13-сө дауаханаһына алып киткәндәр. Автомобиль юлында реверсив хәрәкәт ойошторолдо. Яғыулыҡ түгелмәгән”, – тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, “Лада” водителе һәм уның 20 йәшлек пассажиры һәләк булған. Ватан автомобиленән тағы ике пассажирға медицина ярҙамы талап ителгән. Шулай уҡ Hyundai Creta машинаһы водителе һәм уның 55 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған.

“Һәләк булған 20 йәшлек "ВАЗ" водителенең водитель танытмаһы булмаған. Тикшереү башланған, уның барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡлана”, – тип хәбәр иттеләр ЮХХДИ-нан.

Һуңғараҡ асыҡланыуынса, сит ил машинаһында Сорғотта йәшәгән ҡатын булған. Юл-транспорт ваҡиғаһында машина хужабикәһенең яурындары һынған, күкрәк ситлеге йәрәхәтләнгән. Уның пассажирының күкрәк ситлеге, эсе имгәнгән. 19 йәшлек "Лада" машинаһы пассажирының янбаш һөйәге һынған һәм һул ҡулы йәрәхәтләнгән, 19 йәшлек пассажирҙың баш һөйәге-мейеһе йәрәхәтләнгән.

Рулгә танытмаһыҙ ултырырға ярамай. Быны һәр кем аңлап торорға тейеш. Тәжрибәһеҙ, уҡымаған водитель үҙенең генә түгел, башҡа кешеләрҙең ғүмеренә лә ҙур хәүеф менән янай. 

Фото: ЮХХДИ. 

Автор:
Читайте нас: