Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уяу булайыҡ
13 Октябрь 2022, 14:54

Иҫерек водитель – енәйәтсе!

Ҡырмыҫҡалы районы эске эштәр бүлегенең Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тағы бер тапҡыр иҫкәртә: руль артына ултырған иҫерек кеше – ул енәйәтсе.

Иҫерек водитель – енәйәтсе!
Иҫерек водитель – енәйәтсе!

Алкоголь эсемлектәр ҡулланған килеш транспорт менән идара итеү Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу тип һаналыуы һәм уның йәмғиәткә ҙур ҡурҡыныс янауы хаҡында гәзит уҡыусыларҙың иғтибар итеүен теләйбеҙ.
Иҫерек водитель – енәйәтсе икәнен хәтерҙән сығарырға ярамай. Ул кеше полиция хеҙмәткәрҙәренә тотолмаҫмын тигән ышаныс менән аңлы рәүештә законды боҙоуға бара. Нәҡ шундай руль артына эскән килеш ултырған кешеләр төҙәтә алмаҫлыҡ ҡайғылар килтерә, кеше яҙмышында ауыр эҙемтәләр ҡалдыра. Иң мөһиме – шундай иҫерек водителдәр арҡаһында бер ғәйепһеҙ кешеләр яфа сигә.
2022 йылда Ҡырмыҫҡалы районы эске эштәр бүлегенең Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 94 иҫерек водитель туҡтатылған. Шуныһы билдәле: әҙ генә миҡдарҙа булһа ла иҫерткес эсемлек ҡулланған водителдәр Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен шунда уҡ боҙа ла башлай. Уларҙың реакцияһы кәмей, үҙ-үҙенә контроль юғала, хәүеф сығанағына ваҡытында иғтибар бүлә алмай, ул, хатта, аңын юғалтыуы мөмкин.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: автомобиль менән иҫерек килеш идара итеүселәргә һәм үҙен генә түгел, ә, тәү сиратта, башҡа кешеләрҙе ҡур­ҡы­ныс аҫтына ҡуйғандарға Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте бер ниндәй ҙә мәрхәмәтлек күр­һәт­мәй! Иҫерек килеш хоҡуҡ боҙоу – ауыр енәйәт һанала. Шуға күрә иҫерек водителдәргә нисек итеп Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инс­пекцияһы хеҙмәткәрҙәренә тотолмаҫҡа икән тип уйлау урынына, был хәлдең ауыр эҙем­тә­лә­ре һәм ҡурҡынысы хаҡында уйланырға кәрәк.
Йәйәүлеләр иғтибарына!
Беҙҙең һәр беребеҙ көн дә йәйәүле, пас­са­жир йәки водитель сифатында юл хәрәкәтендә ҡатнаша. Йәйәүлеләргә лә шундай уҡ оло яуаплылыҡ һалына. Юлдағы хәүефһеҙлек йә­йәүленең дә, водителдең дә берҙәй яуап­лылығынан тора. Ике яҡ тарафтан да ҡурҡыныс янауы бар. Бик күп осраҡта юл-транспорт ваҡиғаһында нәҡ шул йәйәүлеләр ғәйепле булып сыға. Сөнки күптәр светофорҙың ҡыҙыл утына йәки тейеш булмаған урында юлды аша сыға. Ҡайһы берәүҙәр, хатта, юл аша сыҡҡан саҡта боролоштан ҡапыл машина килеп сыҡмаһын тип тирә-яҡҡа ҡарарға кәрәк тигән ябай ғына ҡағиҙәне лә онотоп ебәрәләр. Аҙаҡ һуң булыуы мөмкин бит. Шуға күрә водителдәргә лә, йәйәүлеләргә лә төп ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Шул осраҡта ғына юл-транспорт ваҡиғалары кәмейәсәк:
  йәйәүлеләр тротуарҙан йәки йәйәүлеләр өсөн юлдан ғына, улар булмаған осраҡта юл ситенән генә йөрөргә тейеш;
  ҡараңғыла юл ситенән барғанда кейемдә мотлаҡ рәүештә водителдәргә күренеп торорлоҡ яҡтылыҡ сағылдырыусы әйберҙәр булырға тейеш;
  йәйәүлеләр юлды мотлаҡ йәйәүлеләр сыға торған урындан, улар булмаған осраҡта тротуар буйындағы юл сатынан йәки юл ситенән сығырға тейеш;
  юл билдәләре менән тәьмин ителмәгән юлдан аша сыҡҡанда яҡынлашып килгән машинаның тиҙлеген күҙ уңында тотоп, хәүеф янамаған осраҡта ғына уны үтергә кәрәк.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә беҙҙе бала саҡтан өйрәтәләр. Әммә, үҫеп еткәс, был ҡағиҙәләрҙе күп осраҡта онотабыҙ. Тирә-яғыңа ҡаранып, дөрөҫ итеп юлды аша сығыу – иң төп ҡағиҙәләрҙең береһе булып тора. Йәйәүлеләр ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгән осраҡта юл-транспорт ваҡиғалары күпкә аҙыраҡ булыр ине. Бик ҡабаланған осраҡта ла тейеш булмаған урында юлды аша сығырға ярамай.
Насар һауа торошо шарттарында йәйәү­леләргә бигерәк тә иғтибарлыраҡ булыу кәрәк! Ямғыр йә томан булған саҡта водитель тирә-йүнде насар күрә. Бындай осраҡта транспорт йөрөтөүе күпкә ҡыйынлаша. Еүеш юлда ав­то­мобилде туҡтатыр өсөн дә уларға күберәк ваҡыт талап ителә. Шуға ла хәүефһеҙлек янамауы тура­һында тулыһынса ышанғас ҡына юлды аша сығығыҙ. Автомобиль тиҙ генә туҡтай алмай, шуны хәтерегеҙҙән сығармағыҙ! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Азат Мөлөков,
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса ЮХХДИ бүлегенең юл хәрәкәте именлеген пропагандалау буйынса инспекторы.

 

Фото: https://novichiha.bezformata.com

Автор:
Читайте нас: