Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
19 Май 2025, 12:33

Әсәнең өмөтө аҡланманы: бала һәләк булған

Хәл кисә кис Ашҡаҙар йылғаһында булған. Бәләгә шаһит булған кешеләр ҡотҡарыусыларға шылтырата...    

Әсәнең өмөтө аҡланманы: бала һәләк булған
Әсәнең өмөтө аҡланманы: бала һәләк булған

Йәкшәмбе кис Стәрлетамаҡ ҡалаһы янында Ашҡаҙар йылғаһында фажиғә булған. Киске сәғәт 7-селә шаһиттар, бер малайҙың һыу аҫтына киткәнен күреп, ҡотҡарыу хеҙмәттәрен саҡыра. 

Килеп еткән водолаздар 2013 йылғы баланы эҙләй башлай. Улар килгәндә малайҙың әсәһе лә йылға буйында. Ваҡиғалар ағышы нисек булғандыр, билдәһеҙ. "Әсәһе бик өҙгөләнә, үҙенә урын тапмай", тип хәбәр иткәйнеләр ведомствола.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн иртән 5-се класта уҡыған үҫмерҙең йәнһеҙ кәүҙәһен генә табалар. Малайҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: БР буйынса МЧС.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор: Гульчачак Алачева
Читайте нас