Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
10 Февраль 2025, 16:26

Көнүҙәк проектты һайланылар

Константиновка ауылында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау - 2025” программаһында ҡатнашыу буйынса йомғаҡлау йыйылышы уҙҙы. Алдан ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан әҙерлек эштәре башҡарылды. Мәҫәлән, һорашып белешеү, йыйылыштар үткәрелде, уларҙа көнүҙәк мәсьәләләр һәм уларҙы сисеү юлдары, шулай уҡ проектты финанслауға өлөш күләме ҡаралды.

Көнүҙәк проектты һайланылар
Көнүҙәк проектты һайланылар

Көн тәртибендә түбәндәге мәсьәләләр күтәрелде:

  1. 2025 йылға Башҡортостан Республикаһында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау -2025” программаһы тураһында мәғлүмәт.
  2. Ауылдың беренсе сираттағы про­блемаларын һайлау, уны сисеүгә аҡса­ларҙы алыу өсөн Башҡортостан Республикаһы бюджетынан конкурс нигеҙендә һайлап алыуҙа ҡатнашыу.
  3. Әлеге проблеманы хәл итеү өсөн муниципалитет һәм халыҡтың өлөшләтә суммаһын билдәләү.
  4. Проектты әҙерләү һәм уны ғәмәл­гә ашырыуҙы тикшереп тороу өсөн ауыл халҡы араһынан инициатив төркөм һай­лау.
  5. Артып ҡалған осраҡта аҡсаларҙы тотоноу.

Йыйылышта ҡатнашыусылар бер та­уыштан “Урындағы башланғыстарҙы ху­плау” программаһында ҡатнашырға ҡа­рар ҡабул иттеләр һәм «Воркаут» спорт комплексын һатып алыу һәм урынлаштырыу» проекты өсөн тауыш бирҙеләр. Йыйылышта ҡатнашыусылар араһынан инициатив төркөм һайланды.

Николаевка ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә Култыгина ҡатнашыусыларға “Урындағы башланғыстарҙы хуплау – 2025” проекттары буйынса конкурс процедураһының нисек уҙыуын аңлат­ты һәм инициатив төркөм вазифаһына халыҡтан аҡса йыйыу, эштәр барышы тураһында мәғлүмәт биреү, проекттың үтәлешен контролдә тотоу һәм ҡабул итеүҙә ҡатнашыу инә, тип иҫкәртте, шулай уҡ ауыл халҡына үҙ кесе Ватаны яҙмышына битараф булмағандары өсөн рәхмәт әйтте һәм был программала еңеү­гә өмөтөн белдерҙе.

Һайланған проектты тормошҡа ашы­рыу өсөн халыҡтан йыйылаһы сумма билдәләнде. Инициатив төркөм тейешле документтарҙы әҙерләү, халыҡтан, иғәнәселәрҙән аҡса йыйыу бурыстарын үҙ өҫтөнә алған һәм әлеге программаны ғәмәлгә ашырыу барышын контролдә тотасаҡ ун кешенән торған төркөм фор­малаштырылды. Уның составына ауыл яҙмышына битараф булмаған актив ке­шеләр инде: Валерия Зонова, Фларис Кәримов, Леонид Ханжин, Вячеслав Петухов, Михаил Разин, Тимур Басиров, Надежда Баһауетдинова, Алексей Кул­тыгин, Кристина Киселева, Юлия Гав­рилова.

Ауыл халҡы конкурста еңеүгә һәм иғлан ителгән проектты тормошҡа ашы­рыуға өмөтләнә. Йыйылышта ҡатнашы­усыларҙың барыһын да Константиновка ауылы мәҙәниәт йорто үҙешмәкәрҙәре концерт номерҙары менән һөйөндөрҙө.

Марина ВИКТОРОВА.

Автор: Миляуша Давлянова
Читайте нас