Датала бер үк һандарҙың ҡабатланып килеүе күптән инде символдар тип ҡабул ителгән. Нумерологияла 12 һаны тамамланышты, гармонияны, балансты кәүҙәәндерә. 12.12.24 датаһында ниндәйҙер элекке эште бөтөрөп ҡуйыу, мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу һәм эске халәтеңде рәткә һалыу өсөн ҡулай. Был көндә йыһан ҡапҡалары асыла, тип иҫәпләй һан менән мауығыусылар һәм мөһим һорауҙарға яуап табырға, уңышты үҙ яғыңа ауҙарырға була, тип кәңәш итә. Йыл һанында ла “2”нең булыуы иһә һаҡ булыуҙы талап итә, ҡырҡа хәл итеү йә авантюр аҙымға барыу ярамай.
Ҡыҫҡаһы, бөгөнгө дата ошоларҙы эшләү өсөн яҡшы:
– ниндәйҙер ғауғалы хәлде яйға һалыу;
– йортто тәртипкә килтереү;
– медитация һәм эске донъяңа иғтибар бүлеү;
– ижад. Яратҡан шөғөл менән булырға мөмкин.
Ә нимәләр ярамай?
Ирешмәгеҙ, сөнки кире кисерештәр торған һайын көсәйеүе ихтимал.
Ғәйбәт һөйләмәгеҙ. Был үҙегеҙҙең уңышҡа юлығыҙҙы ҡаплай.
Уйламайынса, ҡапыл ғына нимәлер һатып алырға. Был файҙаһыҙ бер әйбер булыуы бар.
Үпкә һаҡларға ла ярамай, әлбиттә. Ғәфү итеү кешенең үҙенең эске донъяһына файҙа китерә, уны таҙарта, ыңғай энергияға көйләй.
Бөгөн матур дата ғына түгел, беҙҙең өсөн изге лә көн, сөнки кесе йома. Шулай булғас, яҡшы уй-ниәттәрҙә генә булайыҡ, дуҫтар! Бөгөн генә түгел, башҡа көндәрҙә лә!)