Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
21 Ноябрь , 12:56

Тегә башланылар

Ошо көндәрҙә “Асыҡ йөрәк” Фонды Президент гранттары фонды сиктәрендә алынған грант аҡсаһына сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәре сикләнгән яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү ниәтенән төҙөлгән проектты бойомға ашырыу башланды.

Тегә башланылар
Тегә башланылар

Әлеге көндә район Мәҙәниәт һарайының икенсе корпусында бесергә һәм тегергә өйрәнеү буйынса эштәр гөрләй. Ойоштороусылар белдереүенсә, был проект сиктәрендә 2025 йылдың март аҙағына тиклем төрлө йәштәге Ҡырмыҫҡалы районы халҡы шулай уҡ һүрәт төшөрөргә һәм балсыҡтан төрлө әйберҙәр әүәләп эшләргә өйрәнеү өсөн дәрестәр алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Фондтың ярҙамы менән сувенирҙарҙы, социаль хеҙмәткәрҙәр өсөн алъяпҡыстар һәм икмәк бешереүселәр өсөн форма комплекттары һатыу өсөн заказдар ҡабул ителгән дә инде. “Үҙгәрештәр еле” проекты командаһы ағзаһы Гөлнара Ниғмәтуллина беренсе дәрестә алъяпҡыстар бесеү һәм тегеү эшен башлап ебәрҙе, сөнки яңы ғына тегергә өйрәнеүселәр өсөн ул иң еңеле һанала.
- Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр үтә. Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән райондаштарыбыҙ бында һөнәр ҙә аласаҡ һәм шулай уҡ бер аҙ булһа ла аҡса эшләү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. 15 ноябрҙә эште башлап ебәрҙек. Ошоға тиклем бер ҡасан да теккәндәре булмаған яҡташтарыбыҙ менән дүрт комплект алъяпҡыстар һәм еңсәләр тегергә лә өлгөрҙөк. Шулай уҡ биш ашъяулыҡ тегеп тапшырҙыҡ. Киләсәктә Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты өсөн комплекттар, шулай уҡ ашъяулыҡтар һәм түшәк ҡаралтылары тегеүҙе планлаштырабыҙ. Заказдар күп килә, - ти тегеү серҙәренә өйрәтеүсе Гөлнара Марат ҡыҙы. Изге эштәрегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!

Автор:
Читайте нас: