Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
31 Май , 09:45

Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, береһе һүнһә, икенсеһе яна

Ҡатын-ҡыҙҙың күңел донъяһы ҡырҡ яҡлы, ҡырҡ сыраҡлы, әгәр шуларҙың береһен тормоштоң ыжғыр елдәре көтмәгәндә һүндереп ҡуйһа, ул икенсеһен, өсөнсөһөн ҡабыҙа, һәм үҙен генә түгел башҡаларҙы ла яҡтырта, йылыта.

Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, береһе һүнһә, икенсеһе яна
Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, береһе һүнһә, икенсеһе яна

Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, береһе һүнһә, икенсеһе яна

Ҡатын-ҡыҙҙың күңел донъяһы ҡырҡ яҡлы, ҡырҡ сыраҡлы, әгәр шуларҙың береһен тормоштоң ыжғыр елдәре көтмәгәндә һүндереп ҡуйһа, ул икенсеһен, өсөнсөһөн ҡабыҙа, һәм үҙен генә түгел башҡаларҙы ла яҡтырта, йылыта.

     Был һүҙҙәр бөгөнгө мәҡәләм геройы - гәзит уҡыусыларыбыҙға үҙенең күңел кисерештәре менән тулы, оло мәғәнәгә эйә шиғри шәлкемдәре менән яҡшы та­ныш булған Динә Мөлҡамановаға тура­нан-тура бәйле.

Динә Ғәббәс ҡыҙы 1946 йылда Биша­уыл-Уңғар ауылында донъяға ауаз һалған, ошонда уҡ буй еткән һәм әлеге көндә лә тыуған ауылында ғүмер йомғағын һүтә. Ҡыҙғанысҡа, бала саҡтан зирәк, үткер, шиғри күңелле, уҡымышлы нәҫел ва­риҫына - мәғрифәтсе шағир Мөхәмәт­сәлим Өмөтбаевтың бүләсәренә һигеҙ класс белем менән генә сикләнергә тура килә. Артабан уҡырға ҙур теләк менән янып та, мөмкинлеге булмаған йәш ҡыҙ мәктәпте тамамлағас, фермаға һауынсы булып эшкә төшә.

- Тәүге йылдарҙа ҡыштарын һыйыр һауһам, йәйҙәрем сөгөлдөр баҫыуын­да үтте. Шулай итеп ун биш йыл кол­хозда тир түктем. Һуңыраҡ магазинға йыйыштырыусы булып эшкә күстем. Унда ла эш еңелдән булманы. Мага­зиндың ҡаҙанлығында ун бер йыл буйы үҙем ут яғып, үҙем иҙәнен йыуҙым. Ут яҡҡас, көндөҙ ҙә, төндә лә ял юҡ. Иң ҙур биҙрәләр менән күмер-көл ташып, тәүлегенә өс сәғәт кенә йоҡлап эшләргә тура килде. Буфетта эшләгән саҡта ла, төнгөлөккә иген ҡабул итергә бара инем, - тип хәтергә ала Динә апай ул заман­дарҙа күптәр үҙ иңендә татырға мәжбүр булған эш көндәрен.

Динә Мөлҡаманова алһыҙ-ялһыҙ эшләп, ҡырҡ йыл стаж һәм “Намыҫлы хеҙмәт өсөн” билдәһе менән хеҙмәт вете­раны дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға. Бөтә ауырлыҡтар артта ҡалды, хәҙер рәхәт­ләнеп өйҙә ял итергә, ейәндәр ҡарарға ғына ҡала ла бит, әммә, яҙмыш тигәнең ҡайһы саҡ бик аяуһыҙ була шул һәм ул Динә апайҙың тормошон бөтөнләй үҙ­гәртеп, тома һуҡыр итә.

- Күҙҙәрем күргәндә, донъя матур ине лә бит. Йүгереп йөрөп эшләнем, ҡырҡ йыл эшләү дәүерендә, ҡырҡ көн дә өйҙә торманым тиһәм дә хата булмаҫ. Һау­лығымды ла ҡайғыртмағанмын, үҙем­де һаҡларға, ял итергә кәрәк икәнен дә онотҡанмын. Өйгә ҡайтһаң, бала-саға, мал-тыуар көтөп тора. Ике һыйырҙың һөтөн эшкәртеп, донъяңды ҡарайһың. Шулайтып бирешмәй генә йәшәп ята инем дә, ваҡытында йоҡламайынса, үҙ-үҙемде һаҡламауҙан күҙ ауырыуына дусар булдым. Тиҙ арала Өфөләге күҙ да­уаханаһына барырға кәрәк, тип әйттеләр ҙә бит, тормош иптәшем ныҡ сирләп киткәс, уны дауаханаларға йөрөтөп, тағы ла үҙемә ваҡыт ҡалманы. Ауыр сирҙән күп тә тормай, ҡартым донъя ҡуйҙы. Әлеге лә шул мал-тыуар, донъя тип, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары һәр саҡ үҙе тураһында уйламай шул. Күҙемә гел ҡыҙыл ут күре­неп йөрөй торғайны. Бер ай эсендә ике ҡатмарлы операция кисереп, тома һуҡыр ҡалдым. Күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ, ваҡы­тында тикшерелеп тороғоҙ, тип кәңәш итәм хәҙер һәр кешегә. Күҙҙәрем күрмә­гәс, донъяның бар йәме китте. Ныҡ ауыр кисерҙем ул осорҙо. Бер ҡайҙа ла сыҡ­маным, көнө-төнө өйҙә яттым. Урамға сығырға кешенән оялам, һуҡырайған тип әйтерҙәр тием. Биш йыл тирәһе шулай шаңҡып йөрөнөм. Шунан ғына башыма аң керә башланы. Нимәгә мин кешенән оялам әле, күҙҙәрем һуҡыр икән, һуҡыр инде, тигән фекергә килеп, урамға һәм күршеләргә сығып йөрөргә тырыштым. Яйлап үҙемдең хәлемә күндем һәм яңы тормош башланым. Барыһын да эшләргә өйрәндем, икмәген дә һалдым, бәлеш­тәр ҙә бешерҙем, ашарға ла әҙерләнем. Аллаға шөкөр, әле улым ныҡ ҡарай, йорттағы бар эште үҙе башҡара. Эшләп йөрөһә лә, барыһына ла өлгөрөргә ты­рыша. Көнөнә өс тапҡыр укол һалырға кәрәк икәнлеген дә, шәкәр ауырыуы ла булғас, режим менән ашарға мотлаҡ икәнен дә иҫкәртеп кенә тора. Улыма бигерәк рәхмәтлемен, - тип бәйән итә Динә апай үҙенең тормош китабының икенсе өлөшө хаҡында.

 Зәкәриә Ғилман улы менән ғаилә ҡороп, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр улар. Динә апайға ауыр ҡайғылар кисе­рергә лә тура килә. Ҡаты сирҙән ваҡы­тынан алда тормош иптәше, 48 йәшлек оло улы Дамир, 52 йәшлек ҡыҙы Зилә ғаиләләрен һәм һөлөктәй улдарын ҡал­дырып, яҡты донъя менән хушлаша.

Әлеге көндә ҡыҙы Дилә ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Алты ейәнгә ике бүләгә өләсәй булған Динә апай иң кесе улы Рөстәмдең хәстәрен тойоп йәшәй.

Башта яҙып үткәнемсә, Динә Мөлҡаманова шиғырҙар яҙа, шулай уҡ йырҙар ҙа ижад итә, гармунда уйнап, йырҙарын үҙе башҡара. Үҙенең был һәләттәре хаҡында:

- Шиғырҙар бәләкәй саҡтан уҡ күңелгә килә ине. Балалыҡ менән уларҙы шиғыр икән тип тә уйламаным, яҙманым да. “Пионер” журналын­да, “Башҡортостан пионеры” гәзи­тендә уҡыусыларҙың ижадын яратып уҡый инем, үҙемдекен ебәрергә ни эшләптер башҡа ла килмәгән. Күңел­гә килгән шиғырҙарымды ҡайһы саҡ гәзиттең аҡ еренә генә яҙып ҡуям да, ул юғала ла ҡуя ине. Күҙҙәрем күрмәй башлағас ҡына шиғырҙарымды яҙып, бер ергә туплай башланым. 70 йәштә гармунда уйнарға өйрәндем. Үҙем­дең шиғырҙарыма күңелгә көй килә, ә шул көйҙәрҙе яҙырға ла, уйнарға ла кеше юҡ. Шуға күрә үҙем гармунда өйрәнергә булдым да инде. Әлбиттә, гармун телдәренә баҫҡылап ҡарағас та, кит, быны өйрәнеп булмаҫ ул, ти­гәйнем тәүҙә. Тырышһаң, оло йәштә лә өйрәнеп була икән. Әле, хатта, үҙе­беҙҙең клубта сығыштар яһайым. Йәш саҡта ла концерттарҙа йырлап-бейей торғайным. Был һәләттәрем инәйем яғынан киләлер, тип уйлайым. Инәй­ем Рабиға Баязит ҡыҙы Өмөтбаева бик матур йырлай ине, оҙон көйҙәрҙе оҫта башҡарҙы, - тип һөйләне.

Ул турала яҙып тормаһағыҙ ҙа була тиһә лә, Динә апайҙың был һөйләгән­дәре беҙгә бигерәк оҡшаны һәм уны ла бәйән итмәксебеҙ:

- Инәйем үҙенең ҡартатаһы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев тураһын­да гел һөйләй торғайны. 4-се класта уҡығанда, күңелемә инәйемдең дан­лыҡлы фамилияһына күсергә кәрәк, тигән уй ояланы ла, тынғы бирмәй башланы. Атайымдың фамилияһы буйынса Сәхибгәрәева булып йөрөй инем ул саҡта. Инәйем белмәй ҙә ҡал­ды: йәйге каникулда йәйәүләп, ялан аяҡ туранан ғына Ҡырмыҫҡалыға сыҡтым да киттем. Унда Сәхибгәрәев тигән район башлығы ике ҡатлы ағас бинала ултыра торғайны. Шуны эҙләп таптым. Мин барып ингәс, нимә эшләп йөрөйһөң, нимәгә килдең, тип һорай­ҙар. Инәйемдең фамилияһына күсәм, уның фамилияһы данлыҡлы, ҡарта­таһы яҙыусы Өмөтбаев булған, тием. Ярай, ҡайт, күсерербеҙ тинеләр. Хәҙер уйлап ҡуям, ни эшләп йөрөнөм икән, ҡурҡмағанмын да тип. Бер тапҡыр по­садканан бер көтөү эт килеп сыҡты. Мин йығылып ҡалдым, улар сабып килеп минең өҫтөмдән тапап үтеп кит­теләр. Шулайтып бер йәй эсендә дүрт ҡабат Ҡырмыҫҡалыға барып, Өмөтбае­ва булып киттем. Мәрхүмә Зилә ҡыҙым да данлыҡлы Өмөтбаева фамилияһын­да йөрөнө, хәҙер уның улы ла шул фа­милияла, - тине ул.

Динә апайҙың ауыҙынан ишет­кән тағы бер, беҙҙең ҡарамаҡҡа бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән дә бүлешке килә. Атаһы Ғәббәс Мөхәмәтгәрәй улы Сәхибгәрәев Бөйөк Ватан һуғышында булған, Берлинға барып еткән, кон­цлагерҙан әсирҙәрҙе ҡотҡарған. “Ла­герҙың эсенә килеп индек, икешәр ҡатлы ағас һикеләр тора ине. Шуның өҫтөнә менеп баҫтым да, Ҡырмыҫҡа­лынан бармы, тип һораным. Бар, тип әйтте берәү. Танышып китһәк, үҙе­беҙҙең район кешеһе”, - тип һөйләгән атаһы. Баҡтиһәң, Ибраһим ауылын­дағы беҙҙең әүҙем яҙышыусылары­быҙ Сажиҙә Әхмәҙиева менән Рәғиҙә Дәүләтбаеваның аталары Рәшит ағай булған икән ул.

Динә апай беҙҙе оҙатҡан саҡта:

- Бишауыл-Уңғар клубында эшләүсе Фәһимә Абдрафиҡоваға сикһеҙ рәх­мәтлемен. Һәр байрамға саҡыра, үҙе килеп ала. Ҡырмыҫҡалыла үткән сара­ларға ла бергә йөрөтә. Шулай уҡ китапханасы Фәнзилә Хисамоваға, социаль хеҙмәткәр Гөлсәсәк Хөснөтдиноваға, әлеге көндә шиғырҙарымды бер урынға туплап, китап сығарырға әҙерләгән Фирүзә Абдуллинаға оло рәхмәттәрем­де белдерәм, - тигән күңел түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.

Ҡатын ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, бе­реһе һүнһә, икенсеһе яна. Шуға күрә ҡырҡ сыраҡлы ҡатын-ҡыҙ бер ҡасан да һынмай, һығылмай һәм артабан да тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә, бәхетле булырға тырыша. Шиғриәткә, йыр-моңға ғашиҡ мәҡәләбеҙ геройы Динә Мөлҡаманова ла, күҙҙәрем күр­мәй тип өйҙә генә бикләнеп ятмай, төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнашырға ла өлгөрә. Хатта бәләкәй генә ауыл­да көн итеүе лә ҡамасауламай уға. Күп тапҡырҙар беҙҙең гәзиттең лауреаты исемен яулаған кеше ул.

Артабан да шулай йәшнәп йәшәр­гә, дәртләнеп ижад итергә яҙһын һеҙ­гә! Күңел күҙегеҙ үткер, йөрәгегеҙ тулы шиғриәт һәм моң булһын!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: