2-се кәңәш – Ҡараштар осраша
Әгәр ҙә бала һеҙҙе ишетә һәм күрә икәнен аңлаһағыҙ, уның күҙҙәренә ҡарап төрлө хәлдәр тураһында һөйләгеҙ. Ул бик әүҙем, хәрәкәтсән икән, был бигерәк тә мөһим.
3-сө кәңәш – Асыҡ итеп һөйләгеҙ
Ябай, асыҡ, һәр һүҙҙе, фразаны аңлайышлы итеп һөйләгеҙ. Балалар интонацияға бик һиҙгерҙәр. Шуға күрә логик баҫым булған һәр һүҙҙе асығыраҡ итеп әйтегеҙ.
4-се кәңәш – Шуны уҡ, әммә төрлөсә
Бер үк һүҙҙе, фразаны күп тапҡыр ҡабатлағыҙ (һүҙҙәрҙең тәртибен алмаштырып). Сабый яңы һүҙҙе тиҙерәк өйрәнһен өсөн уны бер нисә тапҡыр һәм төрлө контекстарҙа ҡулланығыҙ.
5-се кәңәш – Артыҡ тырышмағыҙ
Артыҡ оҙон фразаларҙы ҡулланмағыҙ. Бик күп таныш булмаған һүҙҙәр әйтеп баланы арытмағыҙ.
6-сы кәңәш - Яҡшы кәйеф - уңыш нигеҙе
Яңы һүҙҙе ыңғай хәлдәрҙә әйтегеҙ. Психологтарҙың иғтибар итеүе буйынса, бындай шарттарҙа балалар ун тапҡыр яҡшыраҡ өйрәнәләр.
7-се кәңәш - Бөтә тойғолар телмәр менән бергә
Бала күреү, тотоп ҡарау, еҫ һиҙеү, йәғни, предметтарҙы төрлө ысулдар менән өйрәнеү өсөн баланың мөмкинселеге булыуы мөһим. Әгәр ҙә бала предметты ҡулына алһа, уны шунда уҡ бер нисә тапҡыр асыҡ һәм тәьҫирле итеп ҡабатлағыҙ.
8-се кәңәш - Телмәр нигеҙендә - аралашыуға ынтылыш
Һеҙҙең менән аралашырға теләүен һәр ваҡыт хуплағыҙ. Уның аралышыуға ынтылышына ярҙам итегеҙ!
9-сы кәңәш - төрлөлөккә ынтылабыҙ
Әгәр ҙә сабыйҙың тел асылыуы бер төрлө генә булһа, уны байытырға тырышығыҙ,
10-сы кәңәш - балаларҙың һөйләшергә теләген хуплағыҙ
Телмәр оҡшарға тырышыу нигеҙендә үҫешә. Әгәр ҙә бала бер үҙе һөйләһә йәиһә һеҙҙең менән һөйләшһә, көслө тауышлы музыканы, телевизорҙы һүндерегеҙ һәм уға үҙен һәм һеҙҙе ишетеү мөмкинселеге бирергә тырышығыҙ. Уны аҙаҡ киренән һөйләшергә өйрәтергә теләмәһәгеҙ, артыҡ иркәләп һөйләшмәгеҙ.
11-се кәңәш - уйынға өйрәтегеҙ
Тауышҡа оҡшатырға теләүҙе уйында тыуҙырығыҙ. Һеҙ уны шулай дәртләндерәсәкһегеҙ.
12-се кәңәш - баланың теләген алдан иҫкәртмәгеҙ
Ата- әсә балаһының теләген алдан фаразлай. Баланың берәй нимә әйтергә мөмкинселеге тыумай. Баланы ишара аша аралашыу стадияһында туҡтатыу хәүефе бар.
13-сө кәңәш - Һүҙлекте киңәйтегеҙ
Бала һүҙҙәрҙе ике кимәлдә белә: пассив һәм әүҙем.
14-се кәңәш - Көндәлек алып барығыҙ
Телмәр ҡаҙаныштарын, нисә һүҙ аңлауын, ниндәйҙәрҙе әйтә алғанын яҙа барғыҙ.
15-се кәңәш - Фонематик өндө үҫтерегеҙ
Оҡшаш өндәрҙе, бер өн менән айырылып торған һүҙҙәрҙе айырырға дәртләндерегеҙ.
16-сы кәңәш - Өндәрҙе оҡшатыуҙы иғтирбарһыҙ ҡалдырмағыҙ
Яҡшы телмәргә нигеҙ һалығыҙ.
17- се кәңәш - Уҡығыҙ...
Ҡыҫҡа әкиәттәрҙе, шиғырҙарҙы бер нисә тапҡыр уҡығыҙ - балалар алдан ишеткән текстарҙы яҡшыраҡ үҙләштерә.
18-се кәңәш - Бармаҡтар телмәргә ярҙамға килә
Кесе моториканы - ҡул бармаҡтары хәрәкәтен дөрөҫ үҫтерегеҙ. Ул телмәр менән тығыҙ бәйләнгән.
19-сы кәңәш - Сыҙам, мәрхәмәтле, һаҡ булығыҙ
Әгәр ҙә бала өндәрҙе дөрөҫ әйтмәһә, унан көлмәгеҙ, дөрөҫ әйтмәгәнен ҡабатламағыҙ. Дөрөҫөн тыңлаһын һәм уны ҡабатлатырға дәртләндерегеҙ
20-се кәңәш - Һеҙ генә!
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙ генә балағыҙҙың гармониялы үҫешенә ярҙам итә алаһығыҙ. Сабыйығыҙҙың уңыштарына ихлас шатланығыҙ, йыш маҡтағыҙ.
Марина Хәмиҙуллина, 1-се балалар баҡсаһы логопеды.