Даирә
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
19 Июнь 2023, 14:58

Башҡотостанда төндә ҡырау төшөүе көтөлә

Аҙна башында республиканың ҡайһы бер райондарында төндә ҡырау төшөүе фаразлана, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Башгидрометтан.

Башҡотостанда төндә ҡырау төшөүе көтөлә
Башҡотостанда төндә ҡырау төшөүе көтөлә

Синоптиктар мәғлүмәтенә ярашлы, бөгөн Башҡортостанда яуым-төшөмһөҙ, көньяҡ-көнсығышта ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +12, +17 градус.

Шишәмбе, 20 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3, +8 градус, төньяҡ һәм таулы райондарҙа һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -2 градус булыуы, ҡырау төшөүе көтөлә. Көндөҙ +12, +17 градус.

Шаршамбы, 21 июндә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3, +8 градус, төньяҡ һәм таулы райондарҙа һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -2 градус булыуы, ҡырау төшөүе мөмкин. Көндөҙ +12, +17 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-19/v-bashkirii-prognoziruyutsya-nochnye-zamorozki-3304432

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: